

Былтыр ғына ойошоп, эш башлауҙарына ҡарамаҫтан, Исем ауылы ағинәйҙәре берҙәмлектәре менән һоҡландыра.
Бына ошо көндәрҙә лә Исем ауылының мәҙәниәт усағында “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ойошторолоуға бер йыл тулыу уңайынан матур сара уҙғарылды. Теүәл бер йыл элек Исемдә, “Айыҡ ауыл” конкурсына әүҙем әҙерлек эштәре барғанда, ауыл тормошона битараф булмаған 11 ҡатын-ҡыҙҙы йәмәғәт ойошмаһына берләшә.
Ағинәйҙәрҙе биләмә башлығы Юлия Хренова, Исем күп тармаҡлы ауыл мәҙәниәт йорто директоры Тамара Харалмова, мәҙәни ойоштороусы Наталья Ишҡыуатовалар ҡотланы, ҡатын-ҡыҙҙарға һәр саҡ шулай әүҙем, дәртле булып ҡалыуҙарын, яңы ижади үрҙәр, ғаиләләренә именлек теләне.