

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры максим Забелин күптән түгел генә республикаға үҫмерҙәр өсөн “Спутник М” вакцинаһының беренсе партияһы ҡайтарылыуын, уның “Спутник V”-ҙың еңелләштерелгән варианты икәнлеген белдергән ине. Ниһайәт, беҙҙең районға ла вакцинаның беренсе партияһы килгән.
Мораҡ үҙәк район дауаханаһы врач-эпидемиологы ярҙамсыһы Альбина Байназарова әйтеүенсә, үткән аҙнала район дауаханаһына 12 йәше тулған үҫмерҙәр өсөн 30 балаға тәғәйенләнгән дозала вакцина ҡайтарылған, ике компонентлы.
Балалар поликлиникаһы етәксеһе Абдуллин Ленар Сабирйән улы:
- Әле 9 балаға вакцина эшләтелде, бөгөн вакцина яһатыусыларҙың һаны 16-ға етә тип иҫәп тотабыҙ. Прививканан һуң беренсе ике көндә тән температураһы күтәрелергә, хәлһеҙлек булырға мөмкин, тик был тәбиғи күренеш. 1 февралгә балалар араһында коронавирус йоҡтороусылар һаны 94-кә етте, - тип дөйөм хәлгә аңлатма бирҙе.
Белгестәр прививканан һуң һаҡланыу сараларын үтәргә, битлектә йөрөргә, социаль дистанция һаҡларға, антисептик ҡулланырға, укол урынына өс көн һыу тейҙермәҫкә кәңәш итә. Үҫмерҙәргә вакцина яһар алдынан педиатр уларҙың тән температураһын, ҡан баҫымын үлсәйәсәк. Районда йәмғеһе бөгөнгө көнгә 216 заман сире менән ауырыусы теркәлеүен иҫәпкә алһаҡ, ысынлап та, уйланырға урын бар, һаҡланыу сараларын һәр саҡ иҫтә тотоу зарур!