Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
Новости
31 Ғинуар 2022, 10:27

Балалар күп ауырыймы?

Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында хәлдәр нисек?

Балалар күп ауырыймы?Балалар күп ауырыймы?
Балалар күп ауырыймы?

Коронавирустың яңы тулҡыны Башҡортостанға ла килеп етте. Сирләгәндәр һаны көндән-көн арта. Ә балалар сирҙе нисек кисерә? Мәктәптәр, балалар баҡсалары нисек эшләй? Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә былар тураһында һөйләшеү булды.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, әлеге ваҡытта 25 мәктәп коронавирус сәбәпле дистанциялы уҡыуға күсерелгән. Уларҙың егермеһе Өфө ҡалаһы һәм Өфө районында. Дөйөм алғанда, 445 мәктәптә 2267 класс әлеге ваҡытта карантинға ябылған.

Башҡортостанда бөгөнгә ҡарата 3329 мәктәп уҡыусыһы COVID-19 менән сирләй. Был дөйөм уҡыусылар һанының 0,67 проценты.

– Республиканың бөтә мәктәптәрен дә карантинға күсереү өсөн нигеҙ юҡ. 63 муниципалитеттың етәүһендә генә сирләгән балалар һаны 100 кешенән артығыраҡ, – тине Айбулат Хажин.

Шул уҡ ваҡытта, хәҙер ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары үҙаллы мәктәптәрҙе һәм кластарҙы дистанциялы уҡыуға күсереү тураһында ҡарар ҡабул итә ала.

Балалар баҡсаларына килгәндә, министр белдереүенсә, әле 370 тәрбиәләнеүсенең сирләүе билдәле. Урта һөнәри белем биреү студенттары араһында сирләгәндәр ҙә арта башлаған. 

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, үткән аҙнала Башҡортостанда 12-нән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе вакцинацилау башланды. Әле “Спутник М” вакцинаһын 459 үҫмер яһатҡан.

Автор:
Читайте нас