

Иләмәй күн булмаҫ, тиреһеҙ тун булмаҫ, тигәндәй, ауыл ерендә етеш, кешенән кәм – хур булмай йәшәйем тиһәң, ҡара таңдан төнгә тиклем бил яҙмаҫҡа тура килә. Етмәһә заманалар үҙгәреп китте: ауылдарҙа эш урындары булмауы күптәрҙең үҙәгенә үтә. Әммә тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр, ти халыҡ, күптәр ҡаушап ҡалманы – кемдер ауыр эш тойолһа ла техника йүнләп, фермерлыҡҡа, йәки ер эшкәртеүгә , ҡыйыулығы еткәндәр сауҙа нөктәләрен булдырып һатыу эшенә тотондо. Бәғзеләре шәхси хужалыҡта күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә.
Ураҡай ауылында ғүмер иткән Елена һәм Хәлит Көмөшбаевтар ҙа алма беш, ауыҙыма төш тип ятыусыларҙан түгел, бар ихласлыҡтарын, тырышлыҡтарын һалып, матур донъя көтәләр.
Күркәм пар ике бала үҫтергән: Динә ҡыҙҙары Ырымбур дәүләт университетын тамамлаған, әлеге көндә Мәскәү ҡалаһында эшләп йөрөй, тормош иптәше менән бер ул үҫтерә, Илдар улдары Күмертау педагогия колледжын тамамлаған, армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, Эске эштәр министрлығының Күгәрсен район бүлегендә эшләй.