

шо көндәрҙә Хоҙайбирҙин мәҙәниәт йортонда күптән түгел матур юбилейын ҡаршылаған, күптәр һоҡланырлыҡ тормош көткән, Хоҙайбирҙин ауылында тыуып-үҫкән Иманғолова Фәрзәнә Закир ҡыҙының шиғыр китабы сығыуы уңайынан ижади кисә уҙғарылды.
Фәрзәнә Закир ҡыҙы 45 йыл ғүмерен кеше һаулығын һаҡлауға арнаған , өҫтәүенә, инде егерме биш йыллап ҡала мәҙәниәт һарайында “Райхан” татар ансамблендә - йырсы, “Мәләүз таңдары”әҙәби берекмәһендә - шағирә, “Дуҫлыҡ” халыҡ театр-студияһында сығыш яһай.