

Аралбай ауылының иң оло кешеләренең береһе ул - Исҡужина Зәкиә Мәрхәм ҡыҙы, ғүмер буйы ал, ял белмәй колхозда ла эшләгән, хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә, медпунктта иҙән дә йыуған. Тормош иптәше Зинур Исмәғил улы (хәҙер инде мәрхүм) менән алты балаға ғүмер биргәндәр(ҡыҙғанысҡа күрә бер ҡыҙҙары йәшләй генә мәрхүмә була), уларҙы лайыҡлы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырғандар.Әлеге көндә Зәкиә инәй бер үҙе тора.Балалары уны ҡалдырмай, әле береһе, әле икенсеһе килеп хәлен белеп торалар. Уның ғүмере буйы йәшәгән нигеҙен ҡалдырып, ситтә йәшәгеһе килмәй, балалары саҡырһа ла күсеп бармай. Һүҙгә шаян, йомарт, алсаҡ ағинәйебеҙ ауылдың йәме булып оҙон-оҙаҡ йәшәһен тип теләге килә!
💐Аралбайҙың уңған ҡатындарының береһе - Светлана Карпунина. Ул күп йылдар ҡалала йәшәй һәм эшләй, хаҡлы ялға сыҡҡас, ата-әсәһенән ҡалған тыуған нигеҙҙе һыуытмайым тип, ауылға йәшәргә ҡайта.