

2021 йылдың иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе, моғайын да, Исем ауылының “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә еңеү яулауылыр. Сәләмәт йәшәү рәүешен, айыҡлыҡ хәрәкәтен пропагандалаған был мәртәбәле бәйгелә республиканың 54 районының 2114 ауылы ҡатнашҡайны. Муниципаль этапта еңеү яулап, финалға сыҡҡан Исем республика кимәлендә лә район данын лайыҡлы яҡлап, “Ҙур ауылдар” номинацияһында беренсе урын яуланы.
"Был еңеү – беҙҙең берҙәмлектең ҡаҙанышы", - ти Исем ауыл биләмәһе башлығы Юлиә Хренова.