

Мораҡ үҙәк район дауаханаһының функциональ диагностика кабинетынан һис кеше өҙөлмәй. Оло хеҙмәт юлын фельдшер булараҡ башлап, аҙаҡ “Әүлиә” реабилитация үҙәгендә тәжрибә туплаған, хәҙер ете йыл бында шәфҡәт туташы эшен намыҫ менән атҡарыусы Лилиә Казбакованы район халҡы күптән үҙ итеп өлгөрҙө. Исеме есеменә тап килеп торған гүзәл зат ябайлығы, кешелеклелеге менән арбай шул.
Тәжрибәле участка терапевты һәм кардиограмма уҡыусы булараҡ һәр кемгә яҡшы таныш, хәҙер ике йыл функциональ диагностика үткәреү кабинеты табибы вазифаһын йөкмәүсе Резеда Суҡмарова ла:
- Эшен һәр саҡ белеп, яратып башҡара ул Лилиә. Кешеләргә лә итәғәтле үҙе. Өлгөрлөк, бөхтәлек – уның төп сифаттары, - тип, үҙенең ҡул аҫтында эшләгән шәфҡәт туташының хеҙмәтенә юғары баһа бирә.