

Бынан бер нисә йыл элек ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең картуфты һатып алыуҙарын күҙ алдына ла килтереүе ауыр ине. Киреһенсә, беҙҙең райондыҡылар икешәр, өсәр баҡса картуф үҫтереп, Ырымбур яҡтарын “икенсе икмәк” менән тәьмин итеп торҙо.
Хәҙер ҙә шул хәл дауам итер ине әле... Тик, йылдан-йыл көсәйә барған ҡоролоҡ арҡаһында картуф уңмай ҙа ҡуя.
Картуфтан мул уңыш алыу өсөн нимә кәрәк һуң: ашлама, сифатлы орлоҡ, ваҡытында һуғарыу, ҡоротҡостарҙан һаҡлау һ.б. Район хакимиәтенең “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусы Ринат Вәлитов та тап ошоларҙы телгә алды. Ул “Агростартап” программаһындап ҡатнашырға һәм ҙур майҙанда картуф үҫтереү менән шөғөлләнергә уйлай.