Мораҙым
+28 °С
Болотло
Новости
16 Декабрь 2021, 16:04

Төрөк бизнесмендары беҙҙең менән эшләргә теләй

“Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021: киләсәккә инвестиция” форумының  икенсе эш көнөндә Башҡортостан менән Төркиә араһындағы бизнес-диалог  уҙҙы.

Төрөк бизнесмендары беҙҙең менән эшләргә теләйТөрөк бизнесмендары беҙҙең менән эшләргә теләй
Төрөк бизнесмендары беҙҙең менән эшләргә теләй

– Беҙҙең республикала төрөк эшҡыуарҙары әле үк күп һәм уңышлы эш итәләр, артабан был хеҙмәттәшлек артабан да киңәйер тип күҙаллайбыҙ, киләһе йыл башынан байтаҡ проекттарҙы тормошҡа ашыра башларға ниәтләйбеҙ, – тине үҙенең тәбрикләү сығышында Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Мария Болычева. Уның әйтеүенсә, республиканың иҡтисади ҡеүәте бындай күҙаллауҙың тормошҡа ашырасағын тулыһынса гарантиялай.

Бизнес-диалогта Анкара менән телекүпер барышында билдәләнәүенсә, Башҡортостан менән Төркиә араһындағы сауҙа хеҙмәттәшлеге күләме, ҡатмарлы пандемия мәле булһа ла, быйылғы ун айҙа былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 52 процентҡа артҡан һәм быны бөтә сығыш яһаусылар ҙа ҙур ҡәнәғәтлек менән әйтеп үтте. Иҡтисади мөмкинлектәрҙе тулыраҡ файҙаланыу маҡсатында киләһе йылда башҡорт-төрөк форумы уҙғарыу ҙа планлаштырыла.

Республиканың ошо ил менән иҡтисади бәйләнештәре үҫә барыуын осрашыуҙа төрлө һанлы мәғлүмәттәр менән дә дәлилләп күрһәттеләр: быйылғы ғинуар-сентябрҙә генә лә Башҡортостандың Төркиәгә экспорты - 117,2 миллион доллар, ә импорты 14,7 миллион доллар тәшкил иткән, йәғни сауҙа әйләнеше күрһәткесе – 131,9 миллион доллар.

Төркиәнең Ҡазандағы сауҙа атташеһы Исмәт Осҡан, Төркиәнең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Режеп Кылынч, төрөк туҡыу компанияһы милексеһе һәм генераль директоры Әхмәт Алтыноз, “Русджам Стеклотара Холдинг” компанияһы директоры Тайман Сабанер үҙҙәренең сығышында беҙҙең республика буйынса эшмәкәрлектәре, алдағы маҡсаттары тураһында һөйләне, Төркиәлә эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Форум эшен дауам итә.

Автор:
Читайте нас