

“Мин ышанам прививкаларға... Йәй көнө ҡайттым ауылға отпускаға теүәл 1 айға...
Ҡайтһааам... Туғандарымдың ғаиләләре сәсрәп ауырып тора...(Кире Питерға һыпырта алмайым бит инде. Осрашам барыһы менән дә, тик ҡосаҡлашыу ғына юҡ, сәйер итеп осрашабыҙ, неуверенно ғына, ситен булды былар барыбыҙ өсөн дә...)
Ҡурҡтым, әлбиттә... Инкубация осоро 2 аҙна, тиҙәр бит, көтөп йөрөнөм, ауырып китһәм, ни хәл ҡылырмын инде, тип...
Тик, Аллаға шөкөр, иҫән - һаумын...
Прививкалар кәрәк, эшләтегеҙ, тип ҡысҡырырға ла йыйынмайым, саҡырмайым да... Өгөтләмәйем дә...
Тик һыуға батып барыусы, һаламға булһа ла йәбешә икән, тиҙәр бит...
Был заманда, таж зәхмәте хакимлыҡ иткән осорҙарҙа , йә үләбеҙ, йә ҡалабыҙ, тип торғандарымда эшләтмәй сарам юҡ ине шул!!!
Прививкалар... Был һәр кешенең үҙенең шәхси эше, ҡарары.
Ә мин прививка эшләткәнемә риза ғына булып торам ошо көнгә тиклем...
Питерҙа ауырыу ҡайнап тора, эшемдә лә бер-бер артлы ауырып тороусылар бар...”