Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2021, 09:45

Ҡариҙел мәктәптәре уҡыусылары проектта әүҙем ҡатнашты

“Һөнәрҙәр шоуы” (“Шоу профессий”) проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы, Мәғариф министрлығы инициативаһы менән ойошторола. Уның федераль операторы – Һөнәри белем биреүҙе үҫтереү институты. Ҡариҙел районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә “Һәр баланың уңышы” проекты нигеҙендә “Һөнәрҙәр шоуы” профессиональ йүнәлеш биреү дәрестәренең һигеҙенсе сығарылышы булды. Ул мода технологияһына арналды. Ҡариҙел мәктәптәре уҡыусылары проектта әүҙем ҡатнашты. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Наталья Столярова әйтеүенсә, бындай саралар балаларға һөнәри йүнәлеш биреү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. “Илебеҙҙең киләсәге йәш быуынға бәйле. Районыбыҙ йәштәренең ваҡытты бушҡа үткәрмәй, бәләкәйҙән үк йәмғиәттә кәрәкле һөнәрҙәр менән ҡыҙыҡһыныуы ҙур ҡыуаныс”, – тине ул. Л.Давлетбакова. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Ҡариҙел мәктәптәре уҡыусылары проектта әүҙем ҡатнашты
Ҡариҙел мәктәптәре уҡыусылары проектта әүҙем ҡатнашты

“Һөнәрҙәр шоуы” (“Шоу профессий”) проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы, Мәғариф министрлығы инициативаһы менән ойошторола. Уның федераль операторы – Һөнәри белем биреүҙе үҫтереү институты.

Ҡариҙел районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә “Һәр баланың уңышы” проекты нигеҙендә “Һөнәрҙәр шоуы” профессиональ йүнәлеш биреү дәрестәренең һигеҙенсе сығарылышы булды. Ул мода технологияһына арналды. Ҡариҙел мәктәптәре уҡыусылары проектта әүҙем ҡатнашты.

Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Наталья Столярова әйтеүенсә, бындай саралар балаларға һөнәри йүнәлеш биреү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. “Илебеҙҙең киләсәге йәш быуынға бәйле. Районыбыҙ йәштәренең ваҡытты бушҡа үткәрмәй, бәләкәйҙән үк йәмғиәттә кәрәкле һөнәрҙәр менән ҡыҙыҡһыныуы ҙур ҡыуаныс”, – тине ул.

Л.Давлетбакова.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:
Читайте нас: