Мораҙым
+28 °С
Облачно
Новости
12 Ноября 2021, 01:20

Яңы комплекс төҙөләсәк

Туризм тармағын үҫтереү һәм юлдағыларҙы уңайлыҡтар менән тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы белгестәре Федоровка районында юл буйындағы яңы комплекс төҙөү буйынса инвестиция тәҡдиме әҙерләне. Машиналарҙы заправкалау, шул иҫәптән газ менән эшләгән автомобилдәр станцияһы йыһазландырыласаҡ. Шулай уҡ бында ҡунаҡхана, кафе һәм минимаркет буласаҡ. Инвестиция проекты 51 миллион һум тәшкил итә, бында 25 яңы эш урыны булдырыласаҡ. - Беҙҙең белгестәр әҙерләгән бизнес-тәҡдим буласаҡ инвесторҙың бурысын күпкә еңеләйтә. Тәҡдим ителгән эштәрҙә бөтә кәрәкле мәғлүмәттәр тупланған. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһында юл буйындағы хеҙмәтләндереүҙе үҫтереүгә тотонған эшҡыуарҙар өсөн ярҙам саралары ла бар. Төбәктә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү уңайлы булһын өсөн барыһы ла эшләнә, — ти Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн үҫеш корпорацияһының белгестәре ике инвестиция майҙансығын һайлап алған: Федоровка районының Дедовский һәм Федоровка ауыл биләмәһе. Проектты тормошҡа ашырыуға тотонған инвестор сауҙалашыуһыҙ ер участкаһы аласаҡ, транспорт һәм инженер инфраструктураһын төҙөүгә киткән сығымдарҙы ҡаплауға субсидия, ойошманың мөлкәт һалымынан азат итеү һәм килемгә һалымды кәметеү рәүешендә дәүләт ярҙамы сараларына иҫәп тота ала. Л.Нуретдинова. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңы комплекс төҙөләсәкЯңы комплекс төҙөләсәк
Яңы комплекс төҙөләсәк

Туризм тармағын үҫтереү һәм юлдағыларҙы уңайлыҡтар менән тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы белгестәре Федоровка районында юл буйындағы яңы комплекс төҙөү буйынса инвестиция тәҡдиме әҙерләне.

Машиналарҙы заправкалау, шул иҫәптән газ менән эшләгән автомобилдәр станцияһы йыһазландырыласаҡ. Шулай уҡ бында ҡунаҡхана, кафе һәм минимаркет буласаҡ. Инвестиция проекты 51 миллион һум тәшкил итә, бында 25 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

- Беҙҙең белгестәр әҙерләгән бизнес-тәҡдим буласаҡ инвесторҙың бурысын күпкә еңеләйтә. Тәҡдим ителгән эштәрҙә бөтә кәрәкле мәғлүмәттәр тупланған. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһында юл буйындағы хеҙмәтләндереүҙе үҫтереүгә тотонған эшҡыуарҙар өсөн ярҙам саралары ла бар. Төбәктә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү уңайлы булһын өсөн барыһы ла эшләнә, — ти Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн үҫеш корпорацияһының белгестәре ике инвестиция майҙансығын һайлап алған: Федоровка районының Дедовский һәм Федоровка ауыл биләмәһе.

Проектты тормошҡа ашырыуға тотонған инвестор сауҙалашыуһыҙ ер участкаһы аласаҡ, транспорт һәм инженер инфраструктураһын төҙөүгә киткән сығымдарҙы ҡаплауға субсидия, ойошманың мөлкәт һалымынан азат итеү һәм килемгә һалымды кәметеү рәүешендә дәүләт ярҙамы сараларына иҫәп тота ала.

Л.Нуретдинова.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас