Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2021, 11:02

Беҙҙең командала үҙ эшенә яуаплы ҡараған белгестәр эшләй

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тамамланып килә. Был яуаплы осорҙа беҙҙең Күгәрсен районы буйынса 8 контролер эшләне.  Контролерҙар - Әбдрәшитова Зәйтүнә Рауил ҡыҙы, Хужахмәтова Әлфиә Рауил ҡыҙы, Мәжитова Лариса Кәрим ҡыҙы, Ҡорбанаева Зөлфирә Самат ҡыҙы, Баязитова Зилә Мәхийән ҡыҙы, Яугилдина Тәнзилә Тәлғәт ҡыҙы, Киленбаева Гөлшат Александровна, Әминева Светлана Ишбулды ҡыҙының тырышлығы, үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, берҙәм хеҙмәте һәм ныҡышмаллығы арҡаһында күләмле һәм бик мөһим эш башҡарылды.  

Беҙҙең командала үҙ эшенә яуаплы ҡараған белгестәр эшләй
Беҙҙең командала үҙ эшенә яуаплы ҡараған белгестәр эшләй

Әбдрәшитова Зәйтүнә Рауил ҡыҙы үҙ эшен биш бармағы кеүек белгән һәм уны шулай уҡ оло намыҫ менән башҡарған тәжрибәле белгестәрҙең береһе. Хужахмәтова Әлфиә Рауил ҡыҙы ла төп эшенән тыш, ил өсөн мөһим булған сараға яуаплы ҡараған иғтибарлы белгестәрҙең береһе. Мәжитова Лариса Кәрим ҡыҙы йәй үткән ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа ҡатнашып, айырым энтузиазм һәм яуаплылыҡ менән халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына ла ҡушылды. Ҡорбанаева Зөлфирә Самат ҡыҙы алдына ҡуйылған маҡсаттарҙы намыҫ менән атҡарып сығыусы иң әүҙем һәм эшһөйәр белгестәребеҙҙең береһе. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, ил, республика, район мәнфәғәтенә эшләүен дауам итеүсе өлкән быуын вәкилдәре айырым иғтибарға лайыҡ: Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 47 адресы буйынса урынлашҡан 5-се һанлы иҫәп алыу участкаһы контролеры Баязитова Зилә Мәхийән ҡыҙы райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуын дауам итә. Тәүге тапҡыр һанлы форматта уҙған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында әүҙем, компетентлы, ойоштороу һәләтенә эйә булған  

Яугилдина Тәнзилә Тәлғәт ҡыҙы контролер вазифаһында ҡатнашты. Инвалидтар ойошмаһы рәйесе Киленбаева Гөлшат Александровна ла контролер эшен бик яуаплы алып барҙы. Әминева Светлана Ишбулды ҡыҙының ҡул аҫтында 7 иҫәп алыусы эшләне, улар Мораҡ ауылын хеҙмәтләндерҙе.   

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: