Мораҙым
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2021, 11:15

Экокомплекс асыла

Ғафури районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда “Тубырсыҡ” (“Шишки”) заманса экокомплексы төҙөлә. Ул Красноусол ауылы уртаһында, “Йәшлек” мәҙәниәт һәм ял паркы эргәһендәге айырым биләмәлә урынлаша. Бында ял йәки эшлекле сәфәрҙәр барышында туристар өсөн ҡунаҡ йорттары селтәрен булдырыу күҙаллана. Проект былтыр, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы, Туризм буйынса федераль агентлыҡтың субсидия биреү конкурсында еңеүселәр иҫәбенә ингәйне. Экокомплекс биләмәһендә дүрт-һигеҙ кешегә иҫәпләнгән ҡунаҡ йорто рәүешендәге заманса модулле конструкциялар ҡороу, шулай уҡ конференц-залы, бәләкәй хостелы, ике мунсаһы, сувенирҙар кибете, гриль бүлмәһе булған ике ҡатлы йорт һалыу планлаштырыла. “Бынан тыш, беҙ яңы маршруттар төҙөргә, һаулыҡ һәм экология темаһына саралар үткәреп, сәләмәт тормошто пропагандаларға ниәтләйбеҙ”, – тине проект инициаторы Анна Ларина. Туристарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итәсәк экокомплекс 2,97 миллион һумлыҡ грант отто, шулай уҡ эшҡыуарҙар ҙа төҙөлөшкә ике миллион һумдан ашыу аҡса бүлде. Л.Давлетбакова.  #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Экокомплекс асыла
Экокомплекс асыла

Ғафури районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда “Тубырсыҡ” (“Шишки”) заманса экокомплексы төҙөлә. Ул Красноусол ауылы уртаһында, “Йәшлек” мәҙәниәт һәм ял паркы эргәһендәге айырым биләмәлә урынлаша. Бында ял йәки эшлекле сәфәрҙәр барышында туристар өсөн ҡунаҡ йорттары селтәрен булдырыу күҙаллана.

Проект былтыр, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы, Туризм буйынса федераль агентлыҡтың субсидия биреү конкурсында еңеүселәр иҫәбенә ингәйне.

Экокомплекс биләмәһендә дүрт-һигеҙ кешегә иҫәпләнгән ҡунаҡ йорто рәүешендәге заманса модулле конструкциялар ҡороу, шулай уҡ конференц-залы, бәләкәй хостелы, ике мунсаһы, сувенирҙар кибете, гриль бүлмәһе булған ике ҡатлы йорт һалыу планлаштырыла.

“Бынан тыш, беҙ яңы маршруттар төҙөргә, һаулыҡ һәм экология темаһына саралар үткәреп, сәләмәт тормошто пропагандаларға ниәтләйбеҙ”, – тине проект инициаторы Анна Ларина.

Туристарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итәсәк экокомплекс 2,97 миллион һумлыҡ грант отто, шулай уҡ эшҡыуарҙар ҙа төҙөлөшкә ике миллион һумдан ашыу аҡса бүлде.

Л.Давлетбакова. 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: