1418 көнгә һуҙылған, тарихҡа иң ҡан ҡойғос яу булып ингән Бөйөк Ватан һуғышының әсе елдәре бер генә ғаиләне лә, бер генә йортто ла урап уҙмаған.
Тәүәкән ауылында йәшәгән Ҡаразбаевтар ғаиләһенән аталы-уллы Хәмиҙулла һәм Ғәлиулла бер-бер артлы һуғышҡа алына.
Ғәлиулла1943 йылда һуғыштан ҡаты яраланып ҡайта һәм мандый алмай, бер аҙҙан вафат була.
Тәүге герман һуғышында баш бармағын өҙҙөрөп ҡайтҡан Хәмиҙулла олатай Бөйөк Ватан һуғышында ла батырҙарса һуғыша. Ул да улы һымаҡ уҡ яраланып, ҡулын аҫып ҡайта. Шуныһы ҡыҙыҡ, ул ике һуғышта ла бер үк ерҙә – Сталинград янында һуғышҡан.
Хәмиҙулла олатайҙың әлеге көндә ике ҡыҙы иҫән, Заһиҙә исемле ҡыҙына – 94 булһа, Зәлифә исемле ҡыҙы 85 йәшен тултыра.