Мораҙым
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Новости
25 Декабрь 2021, 12:00

Бәхил бул, ветеран...

 Беҙ - Бөйөк Ватан һуғышында тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтеп, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән, йәшлектәре менән ҡуша һаулығын да яу ҡырында ҡалдырған ветерандарыбыҙҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күргән һуңғы быуын...  Бөгөн районыбыҙҙың иң һуңғы ветерандарының береһе - Сәйетҡол ауылы уҙаманы Әхмәтйән Рәхимйән улы Кәримов мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо...  Әхмәтйән Рәхимйән улы 1920 йылдың 1 июлендә Сәйетҡол ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғыш башланғас, 18 йәшлек егет 1942 йылда фронтҡа китә, 3-сө Украина фронтына эләгә, пулеметсы була. Румынияны азат иткәндә һәм Венгрия сигендә ике тапҡыр контузия ала. Бөйөк Еңеүҙе яугир Венала ҡаршылай, тыуған яғына 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта, “ Будапешты азат иткән өсөн”, “Венаны азат иткән өсөн” миҙалдары менән наградлана, Сталиндан ете тапҡыр Рәхмәт хаты ала.  Яугир тыуған ерендә – Сәйетҡол ауылында ерләнәсәк.   #ВОВ #участниквойны #һуғышветераны #Кугарчинскийрайон  

Бәхил бул, ветеран...
Бәхил бул, ветеран...

 Беҙ - Бөйөк Ватан һуғышында тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтеп, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән, йәшлектәре менән ҡуша һаулығын да яу ҡырында ҡалдырған ветерандарыбыҙҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күргән һуңғы быуын...

 Бөгөн районыбыҙҙың иң һуңғы ветерандарының береһе - Сәйетҡол ауылы уҙаманы Әхмәтйән Рәхимйән улы Кәримов мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо... 

Әхмәтйән Рәхимйән улы 1920 йылдың 1 июлендә Сәйетҡол ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғыш башланғас, 18 йәшлек егет 1942 йылда фронтҡа китә, 3-сө Украина фронтына эләгә, пулеметсы була. Румынияны азат иткәндә һәм Венгрия сигендә ике тапҡыр контузия ала. Бөйөк Еңеүҙе яугир Венала ҡаршылай, тыуған яғына 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта, “ Будапешты азат иткән өсөн”, “Венаны азат иткән өсөн” миҙалдары менән наградлана, Сталиндан ете тапҡыр Рәхмәт хаты ала.

 Яугир тыуған ерендә – Сәйетҡол ауылында ерләнәсәк.

 

#ВОВ #участниквойны #һуғышветераны #Кугарчинскийрайон

 

Автор:
Читайте нас: