Кендек ҡаным тамған тыуған ерем булғанғамы, Ялсы ауылы күңелемә бик яҡын. Мин үҫкәндә ул 44 йорттан торған бәләкәй генә төҙөк ауыл ине. Төньҡ-көнсығышы Муса, Кәмәтауҙар, ә көньяҡ-көнбайышы Иртөбәк йылғаһы менән уратылып алынған. Ауыл уртаһынан мул һыулы Мәрәүешле йылғаһы аға. Унда һыу инеүсе балалаҙың күплеге... Ҡара ҡарғалар шикелле сыр-сыу килерҙәр ине. Һәр ғаиләлә бишәр-алтышар бала үҫте. Беҙ, бер йылғылар, 14 бала инек.
Ауылда туғандарым ҡалмаһа ла, хәтирәләргә бирелеп, унда үткән ялан аяҡлы бала сағымды һағынып, йылына бер булһа ла барып әйләнәм.
Беҙҙең өй яр буйында ғына ине. Әле нигеҙ шул уҡ, өй яңыртылған, ә беҙ йөҙөп һыу ингән Мәрәүешле тауыҡ йәйәү кисеп сығырлыҡ ҡына тороп ҡалған, беҙ баҫҡыс яһап төшкән бейек яры бөтөнләй юҡ. Ә бит йорттан сыҡҡан ҡаҙҙарһыуға ярҙан осоп барып төшөрҙәр ине. Беҙҙең яр башы яҡлап күршебеҙҙә ҙур ғаилә йәшәне. Әбделхаҡ бабай менән Файза инәйҙең алты балаһы булды. Файза инәй минең кендек әбейем булған. Үҙ өләсәйем булмағанлыҡтанмы, мин уны өләсәй тип йөрөттөм. Мул йәшәнеләр – күп балалы булғанға ҙур ғына аҡса ала инеләр. Тәтәйҙәре күп, хатта ул ваҡытта бер кемдә лә булмаған резина туптары ла бар ине. Уларҙың минән ике йәшкә оло Фирҙәүес ҡыҙҙары менән уйнай торғайным.
Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та бер ваҡиға иҫкә төштө. Бала саҡ, яҙғы ташҡын.Бала-саға “Сәпәмә” тигән уйын уйнайбыҙ. Тупҡа һуҡҡайным, ул һыуға төшөп, аҡты ла китте. Өләсәйгә еткерҙеләр. Ул килде лә: “Мин уны 1 тәңкәгә алдым, бар ҡайтып аҡса килтер”, - тине.
“Әсәй, мин Фирҙәүес апайҙың тубын һыуға ағыҙҙым, өләсәй әрләй, 1 тәкә килтерергә ҡушты, әтеү үҙеңде һыуға ағыҙам, тине. Әйҙә, һарыҡ тәкәһен алып барып бирәйек, мине һыуға ағыҙһа, һинең ҡыҙың булмай”, - тип ҡайтып әсәйемә иланым.
Әсәйем миңә 1 һум биреп сығарҙы. Өләсәй, әлбиттә, уны алманы. “Эй, ҡыҙымды ғына, мин шаярттым бит, бар әсәйеңә алып ҡайтып бир”, - тип арҡамдан һөйҙө.
Бала кешегә күп кәрәкме ни инде, йүгерә-атлай өйгә йүгерҙем. Унан һыйырҙың ябаға йөнөнән яһалған тупты алып сығып уйынды дауам иттек.
Ауылға һуңғы ҡайтҡанда өләсәйҙәрҙең нигеҙе янына барып, бала саҡты һәм уларҙың ғаилә тормошон күҙ алдына килтереп, оҙаҡ ҡына уйҙарға сумып торҙом.
Бөйөк Ватан һуғышының халыҡ өсөн иң ауыр, фажиғәле осоро – һуғыштың һуңғы һәм һуғыштан һуңғы йылдар булды. Ашарға бер нәмәлә юҡ. Эшләгән кешегә көнөнә норма – 1 стакан алабута оно. Ит, май, һөт, йомортҡа, киптерелгән картуфтың бөтәһе лә фронт өсөн, Еңеү өсөн китеп торҙо.
Халыҡ ғаиләһе менән ҡырыла, хәйер һорап йөрөүселәрҙән өй ишеге ябылып өлгөрмәй. Кешеләр шәүлә кеүек ябыҡ, ҡаҡ һөйәк. Китеп барған еренән йығылып үлгәндәр, өйҙәрендә аслыҡтан һәм туңып үлгәндәр ҙә булды. Быларҙың барыһына ла мин шәхсән шаһит!
1944 йылдың февраль аҙаҡтары булғандыр. Әсәйем, Ниғмәтулла ағай, Әбделхаҡ бабай өс ат егеп, саналарына бесән тейп, үҙҙәренең һыйырҙарын санаға тағып, уларҙы һатырға Һарыҡташ баҙарына сығып киттеләр. Икенсе көнө төш ауыуға барып етеп, һыйырҙарын һаталар, әммә иген, он алып өлгөрмәйҙәр, шуға иртәгәһе баҙарҙы көтөргә булалар. Йоҡларға тип, төнгөлөккә бер фатирға төшәләр. Аттарын туғарып, тоҡ менән аҡсаларын алып (ул ваҡытта аҡсалар шундай ҙур ине, һыйыр аҡсаһы кеҫәгә лә, көшөлөккә лә һыймай), сәй эсергә ултыралар. Бер тоҡ әсәйемдең күҙенә салынмағас, ул: “Әбделхаҡ ҡайнаға, тоғоң күренмәй түгелме?” – тип һорап ҡуя.
“Килен, мин уны сана ҡарамаһына бәйләп ҡуйғайным, алырға онотоп инеп киткәнмен”, -тип бабай сығып ҡараһа, тоҡтан елдәр иҫкән була.
- Эй, Аллам, хәҙер өйгә нисек ҡайтам инде, балаларға нимә ашатайым, астан ғына үлтерәм инде, үҙем генә үләйем дә ҡуяйым, - тип Әбделхаҡ бабай ҡысҡырып илай.
“Ҡайнаға, бөтөрөнмә, баш ҡазаһы түгел бит, һиңә лә иген алырмын, буш ҡайтмаҫһың”, -тип әсәйем уны саҡ тынысландыра.
Иртән иген, он алып ҡайтырға сығалар. Милицияға барған Әбделхаҡ бабайға, бабай, һин бит үҙең, мә, алығыҙ, тип тоғоңдо үҙең ҡалдырып киткәнһең, беҙ уны хәҙер ҡайҙан табайыҡ инде, өҫтәүенә һин беҙҙең өлкә кешеһе түгелһең, тип кенә яуап бирәләр.
Төн буйы оҙон юл үтеп, әсәйемдәр таңға ғына ҡайтып еттеләр. Әсәйем ятып та тормай, алып ҡайтҡан ононан ҡамыр баҫа һалып, көлгә күмеп көлсә бешерә һалды ла, “Балам, өләсәйеңдәргә икмәк алып барып бир, астарҙыр, исмаһам, сәй эсһендәр”, - тип мине ебәрҙе.
Имәкте һәр береһенә бүлеп бирһәм, “Был икмәк түгел, икмәк ундай аҡ түгел, был һөйәк бит” тип, мейес артына бәрә лә ебәрәләр. Яңынан алып барһам, йәнә шулайталар. Астан илереп ултырғандар икән бахырҙар. Әсәйемә ҡайтып һөйләгәс, тиҙ генә ыумас ыуып бешерҙе лә, алып барып ашатты. Кискә бабайым да ҡайтып етте. Әсәйем уға баҙарҙан бер тоҡ он, ике тоҡ иген алып биргән икән. Һыйыр булмағас һөт-ҡатыҡ юҡ, ул ғына иген биш кешегә күпмегә генә етә инде, тартып-һуҙып, апрель етә, тағы аслыҡ. Бер сара ла ҡалмағас, Файза инәй 12 йәшлек Ғинәтуллаһын эйәртеп, 2 йәшлек Кәшифәһен күтәреп, хәйер һорарға сығып китә. Көндәр, аҙналар, айҙар үтә. Ғинәтулла юлда астан үлеп ҡала. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылына барып еткән Файза инәй берәүҙәрҙең мунсаһына инеп ятып үлә. Хужаһы мунсаһына барып инеп шаҡ ҡата: үлгән әсәнең буш күкрәген имеп, ҡыҙ бала илап ултыра. Күрәһең, әсә күкрәге буш булһа ла астан үлмәһен өсөн балаһын имеҙеп маташҡан. Башҡорт ауылы бит инде, мәйетте күмгәндәр, Кәшифәне иһә балалар йортона биргәндәр. Был ваҡытта Файза инәйҙең Әхмәҙулла, Һиҙиәтулла, Рамаҙан исемле өс улы ил азатлығын һаҡлап, йәнен аямай фашистарға ҡаршы һуғыша.
Әлеге ваҡыт күҙлегенән сығып ҡарайым да, аптырашта ҡалам: илде азат итеү өсөн, һуғышта еңеү өсөн улдар кәрәк ублған, ә ул улдарҙы тыуҙырып үҫтергән ата менән әсәне уйлаусы, ҡайғыртыусы булмаған. Ваҡыты шулай булғандыр инде...
Файза инәй балаларын алып хәйер һорарға сығып киткәс, үҙҙәренә ҡаршы йылға аша ғына йәшәгән Сәмсиямал инәй менән Ваһап бабай үҙҙәренә алалар. Улар хәлле генә, йыйынтыҡлы йәшәй ине. Уларҙың да берҙән-бер улдары Аһылбай һуғышға алынған. Фирҙәүес апайҙы атаһының туғандары аҫырауға алалар, ул уларҙың Рәйсә исемле ҡыҙҙарын ҡарашып үҫтерешә.
Һуғыш тамамлана. Өс улдың икеһе яуҙа башын һала, Рамаҙан ағай ҡайтып төшә. Өй буш, ғаилә юҡҡа сыҡҡан, ул быны ҡайтҡас ҡына белә, хат аша яҙыусы булмай. Күп тә тормай, Рамаҙан ағай күрше ауылдан сибәр, эшкә уңған Ишбикә исемле ҡыҙҙы кәләш итеп алып ҡайта. Бабайым менән Фирҙәүес апайҙы ла үҙҙәренә алып ҡайталар. Икеһе лә эшсән, уңғас булғас, матур итеп донъя көтәләр. Асия, Рәшит, Рәмил, Фәнилә, Марат исемле 5 бала үҫтерәләр. Фирҙәүес апайҙы ла матур итеп туй яһап, кейәүгә бирәләр. Ул Фәнил, Фәнис, Фәнүз, Юнир, Илдар исемле һыу һөлөгөндәй улдар үҫтерә.
Йылдар үтеү менән 16 йәшлек Кәшифә лә ҡайтып төшә. Ул тормошҡа сығып, 2 ул, бер ҡыҙға ғүмер бирә. Земфираһы нефть институтын тамамлап, Салауатта матур итеп эшләп йөрөй.
Файза инәй менән Әбделхаҡ бабайҙың вариҫтары барыһы ла ғаиләле, уңғандар, матур итеп донъя көтәләр. Тормоштары мул, етеш. Илдәр тыныс булһа, ятып торор йорто, эшләр эше булһа, кеше өсөн тағын нимә кәрәк...
Оло быуын күргән афәттәр генә ҡабатланмаһын!
Мин бәйән иткән фажиғәле әсе яҙмыш ауылыбыҙҙағы ғаиләләрҙең һуғыш ваҡытында кисергән яҙмыштарының тик береһе генә. Ә бит береһе лә ҡалмай, тотош ғаиләһе менән ҡырылғандар ҙа булды. Ҡәбер ҡаҙыусы табылмай, бер ҡәбергә ике йә өс кешене күмгәндәр ҙә булды. Инде ундай фажиғәне киләһе быуын бер ваҡытта ла күрмәһен...
Әлеге тыныс, мул тормошта лаҡайһы бер бәндәләрҙең тормоштан риза булмай зарланыуҙарын ишетеп, күреп торабыҙ.
Маһинур ИШБИРҘИНА, тыл эшсәне, педагогик хеҙмәт ветераны.