Мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ икенсе йылда
Һуғыш яланына юл алған.
Ҡайтырбыҙ, тип яҙған хаттар ҡалған,
Олатайым эҙһеҙ юғалған.
Өс мөйөшлө хатың килеп торған,
Уҡып ҡыуанғандар хатыңды.
Тик ҡәһәрле һуғыш һәләк иткән,
Йәшнәп кенә йәшәр сағыңда.
Оҙаҡ көткәндәрҙер ҡайтырһың тип,
Атланып һин толпар атыңа.
Утлы һуғыш аямаған һине
Ғәзиз балаларың хаҡына.
Исемкәйең хәтер таҡтаһында,
Еңеп сыҡтың яуыз дошманды.
Һинең данды бер кем юя алмаҫ,
Атҡарғанһың илем ҡушҡанды.
Ҡанлы яуҙа ҡылыс сыңын үткән
Һин әле лә яугир илеңдә.
Үҙ илеңден аҫыл улы булып,
Һаҡланырһың халҡым телендә.
Зилә ЙӘНБУЛАТОВА.
Йомағужа ауылы.