Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бер ғаиләнән - алты яугир

Ваҡытһыҙ өҙөлгән 27 миллион ғүмер (ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда был һан тағы ла күберәк), ҡыйралған яҙмыштар һәм даръялай күҙ йәштәре менән тарихта тәрән эҙ ҡалдырған Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға быйыл 76 йыл тула. Күпме ҡайғы-хәсрәт алып килгән ул һуғыш! Ә бит күп ғаиләнән бер генә түгел, бер нисә кеше һәләк булған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Күгәрсен районынан фронтҡа алынып, кире әйләнеп ҡайтмаған бер туғандар хаҡында шундай мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған:88 ғаиләнән 3 –шәр, 21 ғаиләнән 4 – шәр, 10 ғаиләнән 5- шәр, 4 ғаиләнән 6 - шар бер туғандар фронтта һәләк булған. 3, 4, 5, 6 балаһынан бер-бер артлы похоронка йәки хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында извещение алған әсәләр нисек түҙгәндер ҙә, ниндәй көс табып тылдағы ирҙәр күтәрмәҫлек бөтә ауыр эште башҡарғандыр. Подгорное ауылынан Васильевтар ғаиләһен генә алайыҡ. Был ғаиләлә 11 бала тыуған. Уларҙың өсәүһе бәләкәй саҡта уҡ төрлө ауырыуҙарҙан үлгән булған. Ҡалған 8 баланың 2 – һе ҡыҙ, 6 – һы ир бала булған. Ғаилә башлығы Иван , уның ҡатыны Прасковья 6 улын фронтҡа оҙатып, береһен дә көтөп ала алмайҙар. Һәләк булғандарҙың 13 балаһы етем, 5 ҡатын тол, оло йәштәге ата-әсәһе ҡала. Бер улдары өйләнеп өлгөрмәгән була. Иң ололары Степан һуғыш башланғанда ауыл Советы рәйесе булып эшләгән. Бындай ғаиләләр Рәсәй буйынса бихисап. Һәр бер әсәгә һәйкәл ҡуйырлыҡ.

Ваҡытһыҙ өҙөлгән 27 миллион ғүмер (ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда был һан тағы ла күберәк), ҡыйралған яҙмыштар һәм даръялай күҙ йәштәре менән тарихта тәрән эҙ ҡалдырған Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға быйыл 76 йыл тула. Күпме ҡайғы-хәсрәт алып килгән ул һуғыш! Ә бит күп ғаиләнән бер генә түгел, бер нисә кеше һәләк булған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Күгәрсен районынан фронтҡа алынып, кире әйләнеп ҡайтмаған бер туғандар хаҡында шундай мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған:

88 ғаиләнән 3 –шәр, 21 ғаиләнән 4 – шәр, 10 ғаиләнән 5- шәр, 4 ғаиләнән 6 - шар бер туғандар фронтта һәләк булған.

3, 4, 5, 6 балаһынан бер-бер артлы похоронка йәки хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында извещение алған әсәләр нисек түҙгәндер ҙә, ниндәй көс табып тылдағы ирҙәр күтәрмәҫлек бөтә ауыр эште башҡарғандыр.

Подгорное ауылынан Васильевтар ғаиләһен генә алайыҡ. Был ғаиләлә 11 бала тыуған. Уларҙың өсәүһе бәләкәй саҡта уҡ төрлө ауырыуҙарҙан үлгән булған. Ҡалған 8 баланың 2 – һе ҡыҙ, 6 – һы ир бала булған. Ғаилә башлығы Иван , уның ҡатыны Прасковья 6 улын фронтҡа оҙатып, береһен дә көтөп ала алмайҙар. Һәләк булғандарҙың 13 балаһы етем, 5 ҡатын тол, оло йәштәге ата-әсәһе ҡала. Бер улдары өйләнеп өлгөрмәгән була. Иң ололары Степан һуғыш башланғанда ауыл Советы рәйесе булып эшләгән.

Бындай ғаиләләр Рәсәй буйынса бихисап. Һәр бер әсәгә һәйкәл ҡуйырлыҡ.

Читайте нас: