Был скрипканы яу яланының өнһөҙ шаһиты тиергә лә булалыр. Күгәрсен районының 1-се Дәүләтҡол ауылы яугиры Хәмит Бикҡоловтың шәхси әйбере ул. Ветеран уны үҙе менән фронтҡа алып китә һәм бергә йөрөтөп алып ҡайта.
1904 йылғы Хәмит Ғәли улы һуғышҡа тиклем уҡытыусы булып эшләгән. Һуғышҡа 1941 йылдың декабрендә алына һәм Башҡортостанда ойошторолған 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһының 313-сө полкында элемтәсе булып хеҙмәт итә.
Бик оҫта скрипкасы була, алыштар туҡтап торған мәлдә - ҡыҫҡа ғына ял ваҡыттарында үҙе менән бергә йөрөткән уйын ҡоралын ҡулына алып, башҡа ҡурайсылар, гармунсылар менән бергә яуҙаштарының күңелен күтәрә.
Ҡаты алыштарҙың береһендә аяғы ҡаты яраланып, 7 ай буйы госпиталдә дауаланырға тура килгән ваҡыттарында ла скрипкаһын ҡулынан төшөрмәй, тыуған яҡ моңдары менән яралыларҙың күңелен дауалай. Аяғына баҫҡас, уны тыуған яҡтарына отпускыға ҡайтаралар. Унан ҡабат фронтҡа китә. Был юлы Белоруссия фронты ҡарамағындағы танк полкына эләгә. Бөйөк Еңеүҙе ул Германияла ҡаршылай.
Һуғыштан һуң Хәмит Ғәли улы 30 йыл уҡытыусы булып эшләй. Һуғыштан йөрөтөп алып ҡайтҡан уйын ҡоралын үҙе вафат булғансы ҡулынан төшөрмәй: ауыл, район кимәлендә уҙған мәҙәни сараларҙы уның скрипка моңдары биҙәй.