Мораҙым
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Интерфакс»: Еңеү парады көнө ял тип иғлан ителеүе ихтимал

Шаршамбы, 24 июнде, Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан парад уҙғарылған көндө, ял тип иғлан итеү планлаштырыла. Был хаҡта сараға әҙерлек барышы менән таныш сығанаҡҡа һылтанма менән «Интерфакс» хәбәр итте.

26 майҙа Рәсәй президенты Владимир Путин Рәсәйҙә коронавирустың юғары нөктәһе үтелгән тип белдерҙе һәм 24 июндә Еңеү парадын үткәрергә әҙерләнә башларға бойороҡ бирҙе. Парад 1945 йылда еңеүселәрҙең тарихи парады уҙған көндә була, тип билдәләне ул.

Ул шулай уҡ 26 июлдә, Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә, «Үлемһеҙ полк» маршын уҙғарырға тәҡдим итте. Ләкин Путин белгестәр кәңәше буйынса марштың күсерелеү ихтималлығын әйтте.

Фото: m.123ru.net

Читайте нас: