

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы беҙҙең өсөн тәүге урында тора, бөгөн асылған фельдшер-акушерлыҡ пункты һеҙгә дауаланыу урыны ғына булмаһын, ә һаулыҡты алдан ҡайғыртыу, сирҙәрҙе алдан иҫкәртеү өсөн дә хеҙмәт итһен, - тине Күгәрсен ауылы халҡының оло шатлығын уртаҡлашырға килгән район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин.
Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Наил Абдуллин да ауыл халҡына үҙенең иң изге теләктәрен еткерҙе һәм сирҙәрҙе алдан иҫкәртеүҙең ни тиклем дә мөһим икәнлеген билдәләне.