Мораҙым
+28 °С
Болотло
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
12 Август 2025, 11:25

Һаулыҡ - ҙур байлыҡ!

Республикала медицина өлкәһе үҫешенә айырым иғтибар бүленә.

Һаулыҡ - ҙур байлыҡ!Һаулыҡ - ҙур байлыҡ!
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ!

Республика Башлығы Радий Хәбиров: “Беҙҙең бурыс – медицина ярҙамын һәр кем өсөн, шул иҫәптән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүсе халыҡ өсөн, юғары сифатлы һәм уңайлы итергә”.

Районда ла халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү юҫығында даими рәүештә төрлө акция сиктәрендә профилактик саралар, медицина тикшеренеүҙәре уҙғарылып тора. Диспансерлаштырыу, күсмә мобиль комплекстарҙың эшләүе – теләгән һәр кемгә медицина ярҙамы менән файҙаланыу мөмкинлеген биреүсе төп сараларҙың береһе.

 Ниндәй йүнәлештәрҙә халыҡҡа даими медицина ярҙамы күрһәтелеүе һәм “Сәләмәтлек поезы”ның әһәмиәте тураһында Мораҡ үҙәк район дауаханаһының өлкән фельдшеры Рәсилә Мәжит ҡыҙы Байғусҡарова ҡыҫҡаса әйтеп үтте:   

- Медицина ярҙамын хәҙер район үҙәгенән алыҫ йәшәгән төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә алырға мөмкин. График буйынса ҙур ауылдар иҫәбенән тыш, Һүрәм, Әлимғол, Ҡадир, Тирмән кеүек төпкөлөрәк, бәләкәйерәк ауылдарҙа халыҡты хеҙмәтләндереүсе күсмә ФАП-тарҙың эше нәҡ ошо маҡсатҡа нигеҙләнгән. Күсмә ФАП-тарҙа кешеләр ЭКГ үтә, ҡан һәм күҙ баҫымын, буйын һәм кәүҙә ауырлығын үлсәтә, ҡатын-ҡыҙҙар акушер хеҙмәтенән файҙалана ала.

 График буйынса ауылдарға мобиль бригада сыға, ауыл кешеләренә шул уңайлы мөмкинлектән файҙаланып, урында ғына дөйөм ҡан анализын, холестерин, глюкозаһын тикшертә ала һәм терапевҡа, акушерға күренергә, диспансеризация үтергә мөмкин. Ә аҙ мобилле категорияға ҡарағандарҙы үҙебеҙ алып килеп, кире өйөнә илтеп ҡуя алабыҙ. Бары тик кеше килһен, мөрәжәғәт итһен генә беҙгә. Мораҡ үҙәк район дауаханаһы халыҡты сәләмәт йәшәүгә ылыҡтырыу маҡсатында йыл һайын “Һау-сәләмәт тормошҡа 10 мең аҙым”, “Сәләмәтлек көнө” һәм башҡа акциялар сиктәрендә мауыҡтырғыс саралар үткәреп тора. Йыл һайын “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” республика акцияһы сиктәрендә районда ойошторолған “Сәләмәтлек поездары”ның халыҡ һаулығын профилактикалау юҫығында, медицина ярҙамы менән файҙаланыуҙы һәр кемгә асыҡ итеүҙә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Быйыл “Сәләмәтлек поезы” 21 июлдән башлап 29 июлгә тиклем Хоҙайбирҙин, Йомағужа, Исем, Мәҡсүт ауылдарына туҡталды. Унда бөтәһе 319 кеше медицина тикшерелеүе үтте, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы белгестәре (терапевт, окулист, невролог, лор, хирург, эндокринолог, стоматолог, флюорограф, маммограф һ.б.) 1 мең 250 кешене ҡабул итте. Республика кардиология үҙәге кардиологы 169 пациентты ҡабул итһә, уларҙың 20-һе өҫтәмә медицина тикшерелеүе үтер өсөн Өфөгә юллама алды. Күсмә флюорографта 307 кеше тикшерелһә, уларҙың 1-һендә туберкулёз, 210 маммография үтеүселәр араһының 4-һендә яман сир булыу ихтималлығы асыҡланып, пациенттар өҫтәмә тикшерелеүгә йүнәлтелде. 40 кешелә беренсегә ҡан йөрөшө системаһы ауырыуы, 4 кешелә шәкәр диабеты сире асыҡланды.

 Тәүҙә диспансеризация үтеүгә халыҡта “файҙаһы бармы инде” тигәнерәк һымаҡ шикле ҡараш йәшәһә, хәҙер күптәр дауаханала аңлы рәүештә медицина тикшеренеүе үтә, сөнки һаулыҡтың тик үҙенә кәрәклеген, иң ҙур байлыҡ икәнен яҡшы белә.

 Мораҡ үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы кабинеты шәфҡәт туташы Айгөл Әхмәрова әйтеүенсә, ағымдағы 2025 йылда йәмғеһе 6 мең 895 кеше диспансеризация үткән, шуның 1 мең 793 – ө төрлө сир булыуы ихтималлығы менән өҫтәмә медицина тикшерелеүе үтергә ебәрелгән. Белгес шулай уҡ 18 йәштән алып йәштәрҙең өс йылға бер ныҡлы медицина тикшерелеүе үтергә, ә 40 йәштән һуң кешеләрҙең һәр йылды диспансеризация үтергә тейешлеген иҫкә төшөрөп үтте.

- Сир ни тиклем алдараҡ асыҡлана - уны шул тиклем дауалау еңелерәк, диспансерлаштырыуҙың әһәмиәте лә тап шунда. Быны халыҡ та аңлаһын ине, һәр кеше үҙ һаулығына һаҡсыл ҡарашта булһын ине, - ти Айгөл Радик ҡыҙы.

 Эйе, донъя мәшәҡәттәренә сумып, эш тип янып, күптәребеҙ үҙ сәләмәтлеген хәстәрләргә онота, хатта йылына бер тапҡыр диспансеризация үтергә лә йыбана, ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаған “Сәләмәтлек поезы”на инеп күренергә лә ярты сәғәт ваҡыт таба алмай. Аҡ халатлылар беҙҙең өсөн күпме генә тырышмаһын, ниндәй генә акциялар ярҙамында һау-сәләмәт тормошҡа йәлеп итергә тырышмаһын, һаулығыбыҙҙың иң тәү сиратта үҙебеҙгә кәрәклеген аңларға тейешбеҙҙер ҙә...

 Гөлшат ВӘЛИЕВА.

 

  Мораҡ үҙәк район дауаханаһы баш табибы Наил Рафаэль улы Абдуллин:

- Эйе, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, төпкөл ауылдарҙа йәшәүсе кешеләргә унан файҙаланыу мөмкинлеге биреү һәр ваҡыт беҙҙең төп бурысыбыҙ булып ҡала. Районда яңынан-яңы ФАП-тар асылыуы, күсмә һаулыҡ үҙәктәре эшләүе, район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарға даими мобиль бригадаларҙың сығыуы быға асыҡ миҫал булып тора. Йыл һайын “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” республика акцияһы сиктәрендә “Сәләмәтлек поездары” эшләй. Быйыл Хоҙайбирҙин, Йомағужа, Исем, Мәҡсүт ауылдарында халыҡты ҡабул иткән һәм тәжрибәле белгестәрҙән тупланған күсмә мобиль комплекстар теләгән һәр кешегә түләүһеҙ медицина тикшерелеүе үтергә мөмкинлек бирҙе. Ауыл халҡы табиптар, белгестәр хеҙмәтләндереүенән ҡәнәғәт булып, рәхмәтле ҡалды. Халыҡ менән тығыҙ аралашыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә. Шуға күрә шәхсән үҙем һәм баш табип урынбаҫары Ирина Анатольевна аҙна һайын граждандарҙы ҡабул итәбеҙ. Халыҡ араһында кемдер шәхси һорауҙар менән мөрәжәғәт итә, ярҙам һорай, кемдер дауахана, ФАП-тарҙың эшен яҡшыртыу буйынса үҙҙәренең тәҡдимдәрен, теләктәрен белдерә.  

 Айырыуса шуны билдәләп үтке килә, ил президенты тарафынан Ватанды һаҡлаусылар йылы тип исемләнгән ағымдағы йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сиратһыҙ медицина ярҙамы күрһәтелә, шулай уҡ улар сиратһыҙ реабилитация, диспансер, медицина тикшеренеүҙәре үтә.

 11 августан Халыҡ-ара сәләмәтлек көнө айҡанлы йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса профилактик аҙна старт алды. Ғөмүмән, халыҡ һаулығын хәстәрләү маҡсатында республика акциялары сиктәрендә урында уҙғарылған фәһемле саралар кешенең үҙ аңын, сәләмәтлек буйынса белемен үҫтереүгә, халыҡта үҙ һаулығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә ыңғай йоғонто яһай.

Автор:
Читайте нас