Ғаилә башлығы Замир Дамир улы бына инде оҙаҡ йылдар Теләүембәт урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, Теләүембәт клубында мәҙәни ойоштороусы булып эшләргә лә өлгөрә. Ауылда һәм районда уҙған күп сараларҙы уның ҡурай һәм ҡумыҙ моңдары биҙәй, йырларға ла маһир.
Иренең уң ҡанаты булған Ләлә Ғәйфулла ҡыҙы ҡыҙы китапханасы, ул да мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай.
Уңған хужабикә лә - аш-һыуға оҫталығы менән дан алған.
Харрасовтарҙың улдары Ильяс атаһы кеүек ҡурайҙа оҫта уйнай, Себер тарафтарында эшләй.