Мораҙым
+21 °С
Болотло
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
14 Март 2025, 11:20

Татыу булыуҙарға ни етә!

Ейәнсура ҡыҙы Лилиә Динислам ҡыҙы менән Тәүәкән егете Алик Фәрит улы Хәкимовтар был тормош юлы буйлап бына инде 18 йыл бергә атлай.

Татыу булыуҙарға ни етә!Татыу булыуҙарға ни етә!
Татыу булыуҙарға ни етә!

Улар өс балаға ғүмер биргән.

Ҙур ҡыҙҙары Азалия 11-се класта уҡый.

Ата-әсәһенә оҡшап, бик уңған бала ул, тырышып уҡый, спортты үҙ итә, мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай. Матур итеп бейе ҙә ул.

. Атаһы менән әсәһенә таяныс, апаһы менән һеңлеһенә ныҡлы терәк булып үҫеп килгән Нурислам 7-се се класта белем ала. Рухлы егет  йырларға ярата. Шулай уҡ йырларға-бейергә яратҡан Әмилә быйыл 1-се класҡа уҡырға барасаҡ.

Татыу булыуҙарға ни етә!
Татыу булыуҙарға ни етә!
Татыу булыуҙарға ни етә!
Татыу булыуҙарға ни етә!
Татыу булыуҙарға ни етә!
Татыу булыуҙарға ни етә!
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас