Ейәнсура районының Байыш ауылы ҡыҙы менән Тәүәкән егете бынан 26 йыл элек матур ғаилә ҡорған, Рәмилә Рәмил ҡыҙы Тәүәкән урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы булһа, Шәрифйән Рәхимйән улы – янғын һүндереүсе. Өрлөктәй өс улға, сәскәләй бер ҡыҙға ғүмер биргән улар. Ҙур улдары Рушан Ишембай нефть колледжын тамамлаған, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан, кәләше менән Өфөлә йәшәй, ситтән тороп юғары белем ала. Икенсе улдары Рузил мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, ул – буласаҡ теш табибы, әлеге көндә Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. Шәһәровтарҙың өсөнсө улдары Айгиз - Тәүәкән мәктәбенең 11-се класы уҡыусыһы, уҡыуҙа, спортта һәр саҡ алдынғы. Имәндәй өс ағаһына һыйынып, наҙланып ҡына үҫеп килгән Гөлсибәр Тәүәкән мәктәбенең 6-сы класында уҡый. Тырыш ҡыҙ тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә, һүрәт төшөрөргә, бейергә, китаптар уҡырға ярата, төрлө түңәрәктәргә йөрөй, мәктәптә һәм районда үткән олимпиадаларҙа призлы урындар яулай.
Ғөмүмән, был ғаиләлә һәр кемдең яратҡан шөғөлө бар, “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән” тип белмәй әйтмәгәндәр бит, аталары баянда, гармунда, ҡумыҙҙа уйнағас, егеттәрҙең өсөһө лә музыкаға битараф түгел, техникаға ла әүәҫтәр, Гөлсибәр иһә әсәһе кеүек аш-һыуға оҫта, уларҙың бергәләп бешергән сәк-сәк, бауырһыҡтары һәр саҡ телде йоторлоҡ була.