Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
5 Июль 2024, 11:30

Ихаталар төҙөк булһа, ауылдарҙан ҡот китмәҫ

2021 йывлда “Башҡорт ихаталары” программаһы старт алғайны. Ул күп фатирлы йорттар эргәһен, йәғни йәмәғәт урындарын комплекслы төҙөкләндереү, граждандар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу маҡсаттарына нигеҙләнде һәм үҙенең мөһимлеген, кәрәклеген тиҙ арала иҫбатланы.

Ихаталар төҙөк булһа, ауылдарҙан ҡот китмәҫИхаталар төҙөк булһа, ауылдарҙан ҡот китмәҫ
Ихаталар төҙөк булһа, ауылдарҙан ҡот китмәҫ

Хәтерегеҙҙәлер, 2019 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән “Башҡорт ихаталары” программаһы старт алғайны. Ул күп фатирлы йорттар эргәһен, йәғни йәмәғәт урындарын комплекслы төҙөкләндереү, граждандар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу маҡсаттарына нигеҙләнде һәм үҙенең мөһимлеген, кәрәклеген тиҙ арала иҫбатланы.

 Алты йылға иҫәпләнгән программаны бойомға ашырыу сиктәрендә республикала меңдән артыҡ ихатала күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн ыңғай шарттар булдырылды – тирә-яҡты йәшелләндереү, машиналар ҡуйыу урындарын ипкә килтереү эштәре башҡарылды, спорт һәм уйын майҙансыҡтары, ял итеү урындары асылды.

 Беҙҙең район ерлегендә, айырып әйткәндә 2019-2021 йылдарҙа программаның уңышлы бойомға ашырылыуына Мораҡ һәм Йомағужа ауылдары кешеләренә (үҙебеҙгә лә) шаһит булырға тура килде. Район үҙәгендә Ленин урамындағы 1-се һәм 3-сө күп фатирлы йорттарҙың араһында төҙөкләндерелгән йәмәғәт урынын, Йомағужа ауылындағы Йәштәр урамында 1-10-сы күп фатирлы йорттар эргәһендә ҡалҡып сыҡҡан матур объекттарҙы асыу тантанаһында БР-ҙың Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин менән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та ҡатнашып, бында төҙөлгән балалар һәм спорт майҙансыҡтарының олоһоноң да, кесеһенең дә мәнфәғәттәрен ҡайғыртып эшләнеүен билдәләгәйне һәм ихлас күңелдән халыҡтың ҙур ҡыуанысын уртаҡлашҡайны.   

 Элекке торошо менән сағыштырғанда ер менән күк араһындай тойолған яңыртылған йәмәғәт урындары, күп фатирлы йорттарҙың төҙөкләндерелгән эргә-тирәһе хәҙер йылдар дауамында район кешеләрен генә түгел, ситтән ҡунаҡҡа ҡайтыусыларҙы йәки был тирәнән үтеп-һүтеп йөрөүселәрҙе ҡыуандырып тора.

 Хәйер, һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙмай, тап шул йорттарҙа йәшәгән кешеләрҙең фекерҙәрен тыңлайыҡ.

 

Алина Мырҙабаева, район үҙәгенең Ленин урамындағы ½-се күп фатирлы йортта йәшәй, Мораҡ үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәре:

- Был тирәлә күп фатирлы йорт эргәһендә кескәйҙәр өсөн уйнар ер ҙә, өлкәнерәктәргә, ата-әсәләргә йорт алдына сығып бер аҙ ял итергә ыңғай шарттар ҙа юҡ ине. Хәҙер теләгән һәр кем спорт майҙансыҡтарына сығып, волейбол, баскетбол уйнай ала, ә сабыйҙарыбыҙ рәхәтләнеп тирә-яғы кәртәләнеп алынған майҙансыҡта уйнай, улар өсөн атынсаҡтар ҙа, таусыҡтар ҙа бар, аяҡ аҫтарында - йомшаҡ асфальт. Иң мөһиме – хәүефһеҙ. Беҙҙең йортта йәшәүселәрҙең барыһы ла ҡәнәғәт.

   

 Лилиә Хәмитова, Йомағужа ауылының Йәштәр урамының 9/а һанлы йортонда йәшәүсе, “Ағиҙел” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы педагогы:

- Беҙҙең йорт эргәһендә генә спорт һәм балалар майҙансыҡтары асылыуы үҙенә күрә ҙур ҡыуаныс булды. Йомағужа ауылына, урамыбыҙға, тирә-яҡҡа йәм өҫтәлде, был яҡта күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә ял итергә мөмкинлек асылды. Спорт майҙансығында йәштәр, үҫмерҙәр баскетбол, волейбол уйнай, өлкәндәргә лә спорт менән шөғөлләнергә була. Өс бала әсәһе булараҡ, бәләкәстәремә көндө файҙалы үткәрергә уйын майҙансығы бар тип ҡыуанам, атынсаҡтарында атынырға яраталар, уйнаған ерҙәрендә йомшаҡ асфальт булғас хәүефһеҙ. Ҡары таҙартылып торғас, ҡышҡыһын да балаларыбыҙ майҙансыҡҡа юлды онотманы. Әммә асылған йылдарҙа, тәүге ваҡытта, майҙансыҡтар айырым ваҡытҡа бикләнә, шунлыҡтан бар нәмә төҙөк тора ине, артабан ватып-емереп бөтмәҫтәрме тип кенә борсолдора.

 

 Эйе, төҙөкләндереү, яңыны төҙөү менән генә түгел, күпме финанстар сарыф ителеп төҙөлгән йәмәғәтселек урындарында, уйын һәм спорт майҙансыҡтарында тәртипте лә һаҡларға кәрәк. Ә был иһә күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән халыҡтан ғына түгел, һәр беребеҙҙән талап ителә. Төҙөлгәнгә һаҡсыл ҡарашта булһаҡ ҡына, ауылдарҙың йәме, ҡото китмәҫ!

 

А.Ғәҙелшин фотоһы.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас