Рәмзиә 1977 йылдың июлендә Һатлыҡ ауылында донъяға килгән. Ата-әсәһе бар ғүмерҙәрен хеҙмәткә арнаған, намыҫлы ғүмер юлы үткән. Кәбир Мөхәмәтйән улы Килсенбаев “Искра”совхозында оҙаҡ йылдар тракторсы, бригадир, идарасы булып эшләй. Оло үкенескә күрә, уға пенсияла булыу рәхәтен оҙаҡ татырға тура килмәй, хаҡлы ялға сығып, ике йыл үткәс, вафат була. Әсәһе – Өмөтбайҙа тыуып үҫеп, Һатлыҡҡа килен булып төшкән Әсмә Хәйбулла ҡыҙы ла оҙайлы хеҙмәт йылдарында совхоздың тырыш эшсәне һанала, ул байтаҡ йылдар фермала һыйыр һауа.
Рәмзиә урта мәктәпте бөткәс тә үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. Дауаханаға барған Ыуары ауылы егете Төхвәт Бәхтиғәни улы Кәримов орсоҡтай өйөрөлөп, әле был, әле теге эште етеҙ генә башҡарған һөйкөмлө һылыуҡайҙы бер күреүҙән оҡшата. Дилбегәне ҡыҫҡа тота егет, 24 апрелдә һората, 1 майҙа никах уҡытып, 4 июндә гөрләтеп туй үткәреп тә ҡуялар. Шулай итеп, 1997 йылдың яҙында Рәмзиә Ыуары ауылына килен булып төшә һәм, йор һүҙле халҡыбыҙ әйтмешләй, килен булып төшкән еренә таштай бата.
5 балаға ғүмер бирә Кәримовтар. Хәҙер инде ҙур балалары башлы-күҙле булған, үҙҙәре атай-әсәй. Иң ҙур ҡыҙҙары Нурсилә финанс колледжын тамамлағандан һуң Рәсәй Ауыл хужалығы банкында эшләгән, әлеге көндә декрет ялында - Мораҙым ауылы егете Роберт Хәкимов менән Айзилә исемле сәскәләй ҡыҙ үҫтерәләр.
Икенсе балалары – Айнур улдары тәүҙә хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән, әлеге көндә еҙнәһе һымаҡ уҡ вахта ысулы менән Себер тарафтарында тир түгә. Ул Санъяп ауылы һылыуы Мәҙинә Илдар ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, Айсар менән Асҡар исемле улдар үҫтерә.
Ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән Азалия быйыл Салауат педагогия колледжының өсөнсө курсын тамамлаған.
Яңы Хвалын мәктәбендә белем алған Айҙар иһә быйыл 5-сегә күскән, оя төбө – Айгиз 1-се класты тамамлаған, бер-береһенә иптәш , тиңдәш булып үҫеп килгән малайҙарҙың икеһе лә шуҡ, шаян, икеһе лә спортты үҙ итә.
Әйткәндәй, Рәмзиә биш бала әсәһе булараҡ, республика башлығы ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алған.
Үҙ көстәренә ышанып, берҙе ике, икене биш итеп, үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән намыҫлы донъя көтә уңған ғаилә. Йыл да баҡса тултырып йәшелсә-емеш ултырталар, ҡошо-ҡорт, ишле мал аҫрайҙар.
Рәмзиә хаҡындағы мәҡәләне тулы килеш гәзитебеҙҙең сираттағы һанында уҡырһығыҙ.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.