Мораҙым
+28 °С
Болотло
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
8 Май 2024, 07:05

Күпте күргән быуын вәкиле бөгөн дә бирешмәй...

Ерекле ауылында ғүмер кисергән Басира инәй Рыҫҡоловаға һуғыш башланғанда 7 йәш кенә була.   Атаһы Исмәғил һуғышҡа киткәндә әсәһе Миңзифа Аллабирҙе ҡыҙы ете бала менән тороп ҡала. Ғаиләләге һигеҙенсе бала булған Ирек атаһы китеп бер нисә ай үткәс, донъяға тәүге ауазын һала.   - Әсәйем менән атайым шул тиклем ҡунаҡсыл булды, ингән-сыҡҡанды ғына түгел, хатта ауыл буйлап йөрөгән сегәндәрҙе лә индереп, ашатып-эсереп, йоҡлатып сығарырҙар ине. Ауылға концерт ҡуйырға килгән артистар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, - ти уның улы Зәки ағай.

Күпте күргән быуын вәкиле бөгөн дә бирешмәй...Күпте күргән быуын вәкиле бөгөн дә бирешмәй...
Күпте күргән быуын вәкиле бөгөн дә бирешмәй...

- Атайым фронтҡа киткәндә иң оло ағайым Ибраһим ғына бер аҙ ҡул араһына ингән булған. Һуғыш башланғанда уға - 13,  Ҡәһәрмән ағайыма - 11, миңә - 7, Разия һеңлемә - 5, Фәниә һәм Ғәлиә исемле игеҙәк һеңлеләремә 3 йәш кенә ине. Ирек 1942 йылда тыуҙы.

  Ул йылдарҙа кейергә кейем, ашарға ризыҡ булманы. Баҫыуҙа ҡышлаған бойҙайҙы ашап, ағыуланып үлгәндәр ҙә булды. Колхоздың ҡалған ғына арыҡ аттары үлһә, уларҙы ла әрәм итмәйҙәр ине. Бер шулай үлгән атты һуйып, кешеләргә бүлеп бирҙеләр. Тик ул ризыҡҡа яҙмағандыр инде, беҙгә тейгән итте кемдер урланы.

  Ул саҡта беҙҙең өсөн серегән картуф иң тәмле һый, беренсе ризыҡ булды, - тип хәтер һандығын аҡтара әңгәмәсебеҙ.

  Балаларының бәхетенә күрә, атаһы Исмәғил Сәйфелмөлөк улы, ауыр яраланып булһа ла, һуғыштан иҫән ҡайта.1943 йылда дошман снайперы уның ике аяғына ла ата, бер пуля үтәнән-үтә сыға, икенсеһе иһә һөйәгенә ҡаҙалып тороп ҡала. 

 ***

 Отҡор, бар яҡлап та зирәк булып үҫкән Басира инәй 7-се класты тамамлағас, үҙҙәренә туғаныраҡ Марат исемле тиңдәше менән Мораҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡыу ауыр бирелмәй, әммә быға тиклем ауылынан алыҫҡа китмәгән ҡыҙ өйҙәгеләрҙе юҡһынып бер була. Декабргә тиклем түҙә лә, “рус телен белмәйем” тигән һылтау менән ауылға ҡайтып төшә. Уҡыған еренә ҡабат саҡырып, уҡытыусылары телеграмма ебәрәләр, әммә кире бармай. Ә бына һабаҡташы Марат Вәли улы Зәйнуллин уҡыуын тамамлап, киләсәктә танылған төркиәтсе, академик, филология фәндәре докторы, профессор булып таныла.

 - Атайым уҡымаһаң, ана, һарыҡ ҡарарға ин, тигәс, фермаға эшкә индем дә киттем. Үҙем кәүҙәгә ҙур булдым, шуға ла эшкә йәлләп тормай ҡуштылар.

 Ҡыш буйы һарыҡ ҡарайбыҙ, яҙ булһа утауға сығабыҙ. Иген, көнбағыш утаныҡ. Унан бесәнгә китәбеҙ. Атайым бахыр өйрәткәс, бесәнде оҫта саптым. 12 йәш ине миңә ул саҡта. Бесән бөтһә, ураҡ башланып, веялкала йөрөйөм. Бала ғына булһам да, кашауар ҙа булдым, комбайнсыларға аш бешерҙем. Туҡмас та йәйә инем, көлсә лә бешерҙем, - ти Басира инәй үҫмер саҡтары хаҡында.  

 16 йәшендә уны Кананикольскийға урман ҡырҡырға ебәрәләр.

Икенсе йылына уны йәнә урман эшенә китә, был юлы делянка таҙарталар, ботаҡ үртәйҙәр. Унан ҡайтҡас, ҡабат һарыҡ фермаһына эшкә бара.

 ***

  1955 йылда Басира инәй Ерекле ауылы егете Зиннәт Ғәбит улына кейәүгә сыға. Өс кенә тәҙрәле ситән өйгә килен булып төшһә лә, үҙе әйтеүенсә, иң күңелле ваҡыттары шунда уҙа. Дәртләнеп донъя көтә Рыҫҡоловтар: яңы йорт һалып сығалар, балалар үҫтерәләр, тырышып эшләйҙәр.   Икеһе лә “Октябрь”совхозының алдынғы эшселәре була: ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар һарыҡ фермаһында эшләй (ул йылдарҙа хужалыҡтағы һарыҡтар һаны ике меңләп була), трактор йөрөтә, аҙаҡ Мәҡсүт ауылы тимерлегендә тир түгә; Басира инәй фермала һарыҡ та ҡарай, һауынсы ла була, сөгөлдөр ҙә утай.

Рыҫҡоловтар биш бала үҫтергән. Оло улдары Зәки менән килендәре Сания Өфө ҡалаһында йәшәй, улар өс балаға ғүмер биргән.

 Ильяс  улдары тормош иптәше Гүзәл менән байтаҡ йылдар Себерҙә йәшәгән, ике бала үҫтергәндәр, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яҡҡа ҡайтып төпләнгәндәр.

 Инәйҙең өсөнсө улы Наил ҡатыны Гөлниса менән ауылда нигеҙ ҡорған, улар ҙа өс бала үҫтергән; дүртенсе улы Әнүәр ҡатыны Фәриҙә менән Ейәнсура районында йәшәй уларҙың да өс улдары бар.

 Ғаиләләге иң кесе бала - уҡытыусы булып эшләгән Таңһылыу тормош иптәше Илгиз менән Мәләүездә ғүмер кисерә, уларҙың бер улдары бар. Бәхетле ҡәрсәй-өләсәй ейән-ейәнсәрҙәренең генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәренең дә нисә йәштә икәнен, ҡайҙа эшләгәнен, йәшәгәнен яҡшы белә һәм һәр иртә һайын уларға иҫәнлек-һаулыҡ теләп, изге доғаларын уҡый. Улдары йәнәш кенә заманса уңайлыҡтары булған мөһабәт йорт күтәрһә лә, үҙ нигеҙен ташламай инәй: төрлө яҡтан һағынып ҡайтҡан яҡындарын үҙ өйөндә ҡаршылай. Һәр кемгә асыҡ, ихлас булған, күңелендә яҡты уйҙар ғына йөрөткән инәйҙе ауылдаштары ла ярата, аят аштарынан ҡалдырмай.

 - Әсәйем менән атайым шул тиклем ҡунаҡсыл булды, ингән-сыҡҡанды ғына түгел, хатта ауыл буйлап йөрөгән сегәндәрҙе лә индереп, ашатып-эсереп, йоҡлатып сығарырҙар ине. Ауылға концерт ҡуйырға килгән артистар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, - ти Зәки ағай.

Әйткәндәй, ауылға килгән йырсылар һаман да улар ҙа туҡтала икән. Яңыраҡ Басира инәйҙең бер туған һеңлеһенең улы Ғәзим Ильясовтың ижадташ дуҫтары булып киткән.

 Басира инәй хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең  19-сы һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас