Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
18 Апрель 2024, 11:40

Милләттәштәрҙе берләштерә ҡоролтай

Бөгөн Мораҡ ауыл мәҙәниәт йортонда Күгәрсен районы башҡорттар ҡоролтайы ултырышы уҙҙы.

Милләттәштәрҙе берләштерә ҡоролтайМилләттәштәрҙе берләштерә ҡоролтай
Милләттәштәрҙе берләштерә ҡоролтай

Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, БСТ телеканалы генераль директоры урынбаҫары, “Юлдаш” радиоһы баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы  Башҡарма комитеты ағзаһы Тәнзилә Үлмәҫбаева, урындағы ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзалары, ауыл биләмәләре әүҙемдәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Сарала  ҡоролтай эшенә йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. Урындағы ҡоролтай рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов әйтеүенсә, быйыл йәй Ҡыпсаҡ ырыуы йыйыны уҙасаҡ.  Сарала бер төркөм әүҙемдәргә - төрлө тармаҡта эшләп, милләтебеҙгә хеҙмәт иткәндәргә Башҡортостандың, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, райондың Почет граомиталары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, район башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары тапшырылды.

Милләттәштәрҙе берләштерә ҡоролтай
Милләттәштәрҙе берләштерә ҡоролтай
Милләттәштәрҙе берләштерә ҡоролтай
Милләттәштәрҙе берләштерә ҡоролтай
Милләттәштәрҙе берләштерә ҡоролтай
Милләттәштәрҙе берләштерә ҡоролтай
Милләттәштәрҙе берләштерә ҡоролтай
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас