

- Беҙгә был эштә Мәләүез ҡалаһының «Йөрәк ҡушыуы буйынса» ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Ирина СычковаАрхипова ярҙам итте. Беҙ уға һәм бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Дмитрий Агеевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - ти музей директоры Рөстәм Сәйетбатталов.
Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторған маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәресенә “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе белгестәре, Балалар ижады үҙәге уҡытыусылары һәм тәрбиәләнеүселәре, Мораҡ Башҡорт гимназияһының Шайморатов класы уҡыусылары ла әүҙем ҡушылған.