Мораҙым
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
2 Июнь 2023, 15:20

Бәхетле баласаҡ илендә

Йәйҙең иң сағыу, ҡыуаныслы байрамы ул – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Кисә ошо байрам айҡанлы районда байтаҡ ҡына саралар уҙҙы. Түбәнге Бикҡужа ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнур Киленбаева ла әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр менән берлектә балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы, матур байрам ойошторған.

Бәхетле баласаҡ илендә
Бәхетле баласаҡ илендә

- Районыбыҙҙа балаларҙы яҡлауға, улар һау-сәләмәт үҫһен, белем алһын өсөн тейешле шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүленә. Һәр бала үҙенсә һәләтле, улар төрлө өлкәләге уңыштары менән һөйөндөрә.

 Байрамда ҡатнашҡан малайҙарға, ҡыҙҙарға, әсәй-өләсәйҙәргә ҙур рәхмәт белдерәм.

 Балаларға йәйге каникулдарын күңелле үткәреүҙәрен теләйем! Барлыҡ хыялдары ла тормошҡа ашһын! – ти Гөлнур Носрат ҡыҙы.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: