Мораҙым
+21 °С
Болотло
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
5 Май 2023, 04:15

"Ҡарға бутҡаһы" байрамы уҙҙы

Ошо көндәрҙә Сәйетҡол ауылында "Ҡарға бутҡаһы" байрамы уҙҙы. Уны китапханасы Эльвира Хөсәйенова менән клуб мөдире Лилиә Ғәлимова ойошторҙо. Балаларға улар байрамдың тарихын һөйләне, тәмле сәй, бутҡа менән һыйланы. Аҙаҡ улар өсөн уйындар ойошторолдо.  

"Ҡарға бутҡаһы" байрамы уҙҙы"Ҡарға бутҡаһы" байрамы уҙҙы
"Ҡарға бутҡаһы" байрамы уҙҙы

«Ҡарға бутҡаһы» - халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән  яҙғы байрамдарының береһе.

Элек кешеләр ҡарғалар  яҙҙы үҙҙәренең ҡанат остарында алып ҡайта тип иҫәпләгән. Алыҫтан арып ҡайтыусы ҡоштар хөрмәтенә «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторғандар.

 Был йола беҙҙең көндәргә лә килеп еткән.

Ошо көндәрҙә Сәйетҡол ауылында ла шундай матур байрам уҙҙы. Уны китапханасы Эльвира Хөсәйенова менән клуб мөдире Лилиә Ғәлимова ойошторҙо.

Балаларға улар байрамдың тарихын һөйләне, тәмле сәй, бутҡа менән һыйланы. Аҙаҡ улар өсөн уйындар ойошторолдо.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас