Мораҙым
+21 °С
Болотло
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
13 Март 2023, 05:40

“Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһында яңы рәйес

Бына байтаҡ йылдар инде баш ҡалабыҙҙа Күгәрсен районынан сыҡҡан яҡташтарыбыҙҙы  берләштергән “Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһы әүҙем эшләп килә.  Ошо көндәрҙә “Оло Эйек”тәр осрашыу уҙғарған.  Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер, тиҙәр. Көтөп алынған сарала төрлө йәштәге, төрлө тармаҡта эшләп йөрөүсе яҡташтарыбыҙ ҡатнашҡан. “Оло Эйек” йәмәғәт ойошмаһын оҙаҡ йылдар етәкләгән Винер Ғәлимйән улы Аҙнағолов йыйылыусыларға тамырҙарына һәм милли традицияларға тоғролоҡтары өсөн рәхмәт әйтеп, баш ҡалалағы яҡташтар ойошмаһы эшенә юғары баһа биргән. Ойошма эшмәкәрлеге йомғаҡтары тураһындағы докладтан һуң, яҡташтар ойошмаһы советы ағзалары, шулай уҡ Советтың яңы рәйесе кандидатураһы һәм уның урынбаҫарҙары буйынса асыҡ тауыш биреү ойошторолған. Совет рәйесе итеп кем һайланыуы хаҡында - сайтта  

“Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһында яңы рәйес“Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһында яңы рәйес
“Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһында яңы рәйес

Бер тауыштан Совет рәйесе итеп Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов, рәйестәш итеп Винер Ғәлимйән улы Аҙнағолов, урынбаҫарҙар булып  Рөстәм Сәлим улы Баянов һәм Әхмәҙи Таһир улы Ибраһимов һайланған.

Советтың яңы ағзаларына Күгәрсен яҡташтар берлегенең махсус әҙерләнгән күкрәккә таға торған билдәләре тапшырылған.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас