Мораҙым
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
31 Ғинуар 2023, 16:50

Тегеү фабрикаһы

Нефтекамалағы “Малыш” тегеү фабрикаһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) сиктәрендә башҡарған эшенә йомғаҡ яһаны. Компания ололар, балалар өсөн өҫ кейеме, йорт өсөн туҡыма һәм башҡа әйберҙәр тегә. Алты ай эсендә Башҡортостандың Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары ярҙамында коллектив хеҙмәт етештереүсәнлеген ике тапҡырға арттыра алды: хәҙер сменаһына дүрт костюм урынына һигеҙҙе тегәләр. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә етештереү ваҡыты 40 процентҡа ҡыҫҡарған. “Һаҡсыл технологияларҙы ҡулланыу милли проектта ҡатнашҡандарға ярайһы ҙур иҡтисади отош алыу – үҙҡиммәтте арттырмай ғына төшөмдө ҙурайтыу – мөмкинлеге бирә. Республика өсөн был урындағы предприятиеларҙың көнәркәшлеген көсәйтеүҙе аңлата”, – ти Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. “Малыш” йәмғиәте етәксеһе Ольга Суходольская әйтеүенсә, милли проектта ҡатнашыу компания өсөн – хеҙмәткәрҙәрҙе өйрәтеү, яңы комтепенцияларға эйә булыу форсаты ул. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Автор:Рәшит Кәлимуллин

Тегеү фабрикаһы
Тегеү фабрикаһы

"Башҡортостан"  гәзитенән.

Автор:
Читайте нас: