Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
31 Ғинуар 2023, 16:50

Республика халҡы өсөн консультация базаһына әйләнәсәк

Баш ҡаланың Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы базаһындағы Инсультты мониторинглау үҙәге республика халҡы өсөн консультация базаһына әйләнәсәк. Ошо көндәрҙә дауахананың баш табибы Ирина Марсил ҡыҙы Карамова "Рәсәй-Башҡортостан радиоһы"нда эфирҙа булған. "Көндәлек мәсьәлә" тапшырыуында ул инсульт менән ауырығандарға ярҙам системаһы, ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланғандарға ярҙамды камиллаштырыу өсөн ниндәй программалар ҡабул ителеүе, үлем күрһәткестәренә ниндәй хәүеф факторҙары ҙур өлөш индереүе тураһында һөйләгән. Мәғлүм булыуынса, 2009 йылда Рәсәйҙә ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланғандарға медицина ярҙамын камиллаштырыу программаһы ҡабул ителде. Ошо нигеҙҙә Башҡортостан программала тәүге туғыҙ төбәк иҫәбенә инде һәм киҫкен коронар синдромлы, мейелә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуынан яфаланған пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге ойошторолдо. "Маршрутизация бөтә райондар, ҡалалар буйлап билдәләнгән, пациенттарҙы ҡайҙа йүнәлтергә икәнлеге аныҡ билдәле. Бөгөн республикала 18 махсуслаштырылған бүлексә бар: ете төбәк ҡан тамырҙары үҙәге һәм 11 беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһе. Был эш артабан да камиллаштырыла, консультатив үҙәк ойоштороласаҡ”,  –  ти баш табип.

Республика халҡы өсөн консультация базаһына әйләнәсәк
Республика халҡы өсөн консультация базаһына әйләнәсәк

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылда тормошҡа ашырыла башланы. Беҙҙең республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бирелә. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты (национальный проект "Здравоохранение") нигеҙендә эшкә һәләтле йәштәге халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүгә, медицина учреждениеларының матди-техник базаһын, халыҡты медицина хеҙмәтләндереү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик күп пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса ла.

Фото: бсмп-уфа.рф

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан   

Автор:Гүзәлиә Балтабаева.
""Башҡортостан гәзитенән.
Автор:
Читайте нас: