Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
31 Ғинуар 2023, 16:50

Барыһы ла әҙер булырға тейеш

Башҡортостандың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә әҙерлек эштәрен дауам итә.

Барыһы ла әҙер булырға тейеш
Барыһы ла әҙер булырға тейеш

Урман янғындарын һүндереү станциялары хеҙмәткәрҙәре, ә улар республика буйынса - һигеҙ, әлеге ваҡытта махсус техникаға, ҡорамалдарға, инвентарҙарға планлы ремонт үткәрә. Мәҫәлән, Йылайыр урман янғындарын һүндереү станцияһы биләмәһендә ҡышҡы осорҙа ремонт эштәре өсөн йылы биналарҙы йыһазландырғандар.

- Техниканы ҡышҡы һаҡлауға ҡуйыр алдынан уның торошон ентекле тикшерәбеҙ, сөнки урман янғындарын һүндереү техникаһына беркетелгән документация талаптарын күҙәтеү, һаҡлау шарттарын тәьмин итеү уның хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайта. Кәрәк икән, мотлаҡ техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау эштәрен башҡарабыҙ. Төҙөкһөҙлөктәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә тырышабыҙ. Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгелгә бөтә техниканы тәртипкә килтерәсәкбеҙ, - ти Йылайыр урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү бүлеге начальнигы Александр Раков.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙың матди-техник базаһын нығытыу һәм "Башҡортостан Республикаһының урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге" дәүләт бюджет учреждениеһының урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү станцияларын нормативтарға ярашлы комплектлау буйынса эш алып барыуын билдәләп үтеү фарыз.

2022 йылда урман янғындарын һүндереү техникаһы менән йыһазландырыуға федераль бюджеттан 22,7 миллион һум күләмендә финанс саралары йәлеп ителгән. Был аҡсаға техника һатып алынған һәм төбәктең урман янғындарын иҫкәртеү, һүндереү станциялары буйлап бүленгән.

Фото: forest.bashkortostan.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Автор:
Читайте нас: