Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
30 Ғинуар 2023, 16:45

Эшҡыуарҙар тураһында

Башҡортостан предприятиеларын "Төҙөлөш - UzBuild 2023" халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡыралар.  

Эшҡыуарҙар тураһында
Эшҡыуарҙар тураһында

Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге 28 февралдән 3 мартҡа тиклем Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһында үтәсәк 24-се “Төҙөлөш - UzBuild 2023” Үзбәкстан халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә. Был турала республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

"Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнашыуҙы ойоштороу буйынса әүҙем эш алып бара. Былтыр беҙҙең предприятиелар 14 халыҡ-ара күргәҙмәлә булған. BuildTech 2023 – быйыл республикабыҙ экспортерҙары ҡатнаша алған тәүге күргәҙмә. Был яңы уҙаҡташтарҙы табыу һәм тауар һатыу географияһын, күләмен киңәйтеү өсөн ҙур мөмкинлек, – тине Маргарита Болычева.

Күргәҙмәлә төҙөлөш материалдары, технологиялар, махсус ҡорамалдар етештереүсе ватан һәм сит ил предприятиеларының иң яҡшы ҡаҙаныштары, тәжрибәһе күрһәтелә. Күргәҙмә бүлектәре:

– Төҙөлөш материалдары

– Интерьер һәм дизайн

– Яҡтылыҡтың архитектура һәм декоратив биҙәлеше. Электрика

– Тәҙрәләр, ишектәр, фасадтар

– Керамика һәм биҙәү ташы

– Ҡоралдар һәм беркеткестәр

– Ағас эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар

– Төҙөлөш

– Күсемһеҙ мөлкәт

— Ландшафт һәм йәшелләндереү

— Төҙөлөш технологиялары һәм ҡорамалдары буйынса махсуслаштырылған бүлек — BuildTech 2023.

Ҡатнашыуға ғариза биреү йәки тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге хеҙмәткәрҙәренә электрон почта аша мөрәжәғәт итегеҙ: [email protected] йәки телефондан: +7 347 246 246 85 69, +7 927 354 12 15.

Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/foreignrb

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Рәмилә Мусина.
"Башҡортостан" гәзитенән
Автор:
Читайте нас: