+24 °С
Ямғыр


Ҡаҙ йолҡоу ул уйын эш түгел. Һуйғас, башын алырға, бешекләргә, йолҡорға, өтөргә... Эш рәтен белгән, халҡыбыҙ йолаларына тоғро ҡалған бикбулаттар һәр нәмәне бөхтә итеп, еренә еткереп эшләне. Аҙаҡ ап-аҡ ҡына, һимеҙ генә ҡаҙҙарын көйәнтәләргә аҫып Эйек буйына ашыҡты. Ә өмәнән һуң уларҙы орсоҡтай тик тормаҫ Рәмзиә апай һәм уның өлкән ҡыҙы Гүзәл (әсәһенә оҡшап ҡунаҡсыл, алсаҡ!), уңған килендәре, ейәнсәрҙәре ҡайнар самауыр сәйе менән ҡаршы алды.