Мораҙым
+28 °С
Болотло
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
11 Ноябрь 2022, 10:06

Зирәктәр һәм ҡыйыуҙарҙы берләштерҙе турнир

 Бикбулаттар һәр яҡлап булдыра! Спортҡа ла, йыр-бейеүгә лә, аш-һыуға ла әүәҫтәр...  Бөгөн Бикбулат ауылы социаль-мәҙәни үҙәгендә “Айыҡ ауыл-2022” республика бәйгеһе сиктәрендә барған шашка һәм шахмат турнирында әүҙем ҡатнашып, зирәклеген дә күрһәтте улар.  Турнирҙың тантаналы өлөшө ысынлап та ҙур байрам төҫөн алды. Ауыл хакимиәте башлығы Илнур Сәйфуллин һәр тәҡдимен хуплап берҙәм күтәреп алыуҙары, һәр яҡлап таһыллыҡ, әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн Бикбулат халҡына оло рәхмәтен белдерҙе. Оҫта гармунсыбыҙ – Ришат Бәҙретдиновты күркәм юбилейы менән тәбрикләп үтергә лә онотманы.

Зирәктәр һәм ҡыйыуҙарҙы берләштерҙе турнирЗирәктәр һәм ҡыйыуҙарҙы берләштерҙе турнир
Зирәктәр һәм ҡыйыуҙарҙы берләштерҙе турнир

 Шахмат оҫтаһы, абруйлы яҡташыбыҙ Мәрүәт Айбасов ҡунаҡсыл, егәрле бикбулаттарға һәм кикбоксинг буйынса чемпион тигән мәртәбәле исеме булған Урал ауыл хакимиәте Илнур Сәйфуллинға булған ихтирам йөҙөнән Өфөнән елдереп килеп етеүен әйтеп, ихлас саҡырыуҙары өсөн ихлас рәхмәтен еткерҙе. Бикбулаттарҙы әүҙем булырға саҡырып, бәйгелә еңеп сығыуҙарын теләне.

 Турнирҙа мәктәп уҡыусылары, ауыл йәштәре, өлкәндәр,  ябай уйынсылар һәм Мораҡ ауылынан килгән ысын оҫталар зирәклектә көс һынашты. Өлгө алырҙай “аҡһаҡалдар” булғанда, әлбиттә, ярыштар сәмлерәк үтә!

 

 Турнирҙың еңеүселәре тураһында мәғлүмәтте баҫмабыҙҙың киләһе һанынан уҡырға мөмкин.

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас