Мораҙым
+28 °С
Болотло
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
8 Октябрь 2022, 07:17

Тарихи шәхестәребеҙгә ҙур ихтирам йөҙөнән

Мәртәбәле байрам – Республика көнө алдынан районыбыҙҙа әһәмиәтле саралар үтте.  Бөгөн Ҡалдар ауылында хәрмәтле яҡташыбыҙ, күренекле мөғәллим, был төбәктең указлы мулла-хәзрәте Исмәғилов Усман Сәлимйән улы иҫтәлегенә һәйкәл һәм “Һәр баланың уңышы” федераль проект буйынса төҙөкләндерелгән күркәм спорт залды асыу тантаналары уҙҙы.

Тарихи шәхестәребеҙгә ҙур ихтирам йөҙөнәнТарихи шәхестәребеҙгә ҙур ихтирам йөҙөнән
Тарихи шәхестәребеҙгә ҙур ихтирам йөҙөнән

 Тантанала ҡалдарҙарҙың хөрмәтле ауылдашы, яҡташыбыҙ, тарихи шәхестең ейәне – Нижегород өлкәһенең иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар министры Денис Исмәғиловтың; РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайы депутаты, аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары  Әлфәрис Байсуриндың;  БР-ҙың Ауыл хужалығы министрлығының министр урынбаҫары Ирек Сураков һәм Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужиндың ҡатнашыуы уның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы.

 Көндөң болоҡһоу, ямғырлы тороуына ҡарамаҫтан, ҡалдарҙар сараға дәррәү килде. Был иһә уларҙың тарихи шәхестәренә, ҡомартҡыларына ҡарата сикһеҙ ихтирамын, ауыл тарихы, уның бөгөнгөһө һәм киләсәгенә битараф булмауҙарын асыҡтан-асыҡ дәлилләне. 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас