

«Республикабыҙҙа тау саңғыһы туризмы туристик хеҙмәттәр баҙарында айырым бер урынды биләй һәм тармаҡты үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Әйтәйек, яңы йыл каникулдарында, 2022 йылдың 1 ғинуарынан 9-ына тиклем, республиканың тау саңғыһы үҙәктәре 95 меңгә яҡын туристы ҡабул иткән. Бынан тыш, беҙ 2022 йылда ял итеү өсөн Рәсәйҙең иң яҡшы 10 курорты иҫәбенә индек, әле дүртенсе баҫҡыстабыҙ», — тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Яңы проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме — 140 миллион һум самаһы. Беренсе этапты ғәмәлгә ашырыу осорона (2022-2023 йылдар) 55,43 миллион һум йүнәлтелә. Инвестиция проекты ярҙамында 35 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.