Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
31 Июль 2022, 08:15

Ҡымыҙсыларҙың «ҡыҙыу» миҙгеле

Зифа Иҫәнова баһадирҙар эсемлеген халыҡ ысулдарына таянып бешә, шуға ла ул үҙенсәлекле тәме менән айырылып тора. Баймаҡтағы йылҡы йәйләүендәге ҡымыҙ хаҡында киләһе сюжетта.

Ҡымыҙсыларҙың «ҡыҙыу» миҙгеле
Ҡымыҙсыларҙың «ҡыҙыу» миҙгеле

Зифа Аҡназар ҡыҙын төбәктә оҫта ҡымыҙсы булараҡ яҡшы беләләр. Был эсемлекте етештереү менән 18 йыл инде уңышлы шөғөлләнә. Бөгөнгө көндә ул 30 бейә һауа. Тәүлегенә 3 һауындан 100 литр ҡымыҙ етештерә. Заман алға киткән һайын яңы технологиялар, яңы ҡоролмалар барлыҡҡа килһә лә, ағас көбөлә бешелгән ҡымыҙ күпкә сифатлыраҡ һынала.

Йәйге каникул мәлендә Зифа апайҙың төп ярҙамсылары – ейән-ейәнсәрҙәре. Бәләкәйҙән уларҙы бейә һауырға, ҡымыҙ бешергә өйрәтҽп, үҙенең янында йөрөтә.

Ҡымыҙ барҙа, һаулыҡ та бар, ти халыҡ. Ул ысынлап та төрлө сирҙәргә ҡаршы тәбиғи дауа булып торған уникаль эсемлек. Зифа Иҫәнова был эсемлектең төрлөһөн сейәле, ҡарағатлы, ыҫлыһы, әсеһе, сөсөһөн етештерә. Уның әҙерләгән шифалы ҡымыҙы бер нисә йыл рәттән «Башҡорт аты» фестивалдәрендә, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа иң яҡшыһы тип таныла.

Рүзилә Ғүмәрова

Автор:
Читайте нас: