Мораҙым
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
30 Июль 2022, 08:10

Михаил Мишустин халыҡҡа өҫтәмә ярҙам сараларын әҙерләү кәрәклеге тураһында хәбәр итте

Атап әйткәндә, хеҙмәт баҙарында тотороҡлоҡто һаҡлау өсөн предприятиеларға талап ителгән кадрҙар әҙерләүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк. Республика ойошмалары иһә санкцияларға ҡарамай яңы кадрҙар эҙләй. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Шишмә емеш-еләк питомнигында ҡыҙыу осор. Баҫыу-баҫыу еләктәр өлгөргән. Сүп үләндәрен дә утау мөһим. Шуға күрә эшсе ҡулдар һәр саҡ кәрәк. Предприятие райондың мәшғүллек үҙәге менән 40 кешене эшкә йәлеп итеү буйынса килешеү төҙөгән. Тағы 100 кеше талап ителә. Һәр эшсе менән 3 айға хеҙмәт килешеүе төҙөлә. Мәшғүллек үҙәгенән түләнгән льготалар ҙа туҡтатылмай.

Әйткәндәй, баҫыуҙа студенттар ҙа байтаҡ. Буласаҡ агрономдар тәжрибә туплап ҡына ҡалмай, каникул осоронда аҡса ла эшләй.

Владимир Әхмәтйәнов эшен еренә еткереп башҡарырға тырыша. 19 йәшлек егет 4-се разрядлы иретеп-йәбештереүсе. Өфө вентиляторҙар заводына ул ярты йыл элек колледжы тамалағандан һуң килә. Бында Владимир производствола эшләү практикаһын үткән була.

Коллектив яҡшы, эш хаҡы ваҡытында түләнә. Һөнәрем оҡшай, металл менән эшләү бик ҡыҙыҡлы. Артабан да оҫталығымды үҫтерергә теләйем.

Владимир Әхмәтйәнов, иретеп-йәбештереүсе

Завод айына 300 берәмек продукция етештерә. 70 хеҙмәткәр сәнәғәттә ҡулланыла торған вентилятор, төтөн һурҙырғыстар эшләй. Төп заказсылар башҡа төбәктәрҙән, шул иҫәптән оборона предприятиелары ла бар. Завод эштән бушатылыу сигендә булғандар өсөн эш хаҡын субсидиялау программаһы менән түләй. Ләкин эшселәрҙе ҡыҫҡартыу тураһында һүҙ бармай, киреһенсә, иретеп-йәбештереүсе, токарь, фрезеровщиктар талап ителә.

Өҫтәмә 10-15 эш урыны булдырыласаҡ. Етештереү ипотекаһы программаһын көтәбеҙ. Сөнки хеҙмәткәрҙәр күбәйә, эш тә арта, ә цехтар етмәй. Шулай уҡ Башҡортостан хөкүмәте беҙ етештергән продукцияны республика сиктәрендә һатырға булышлыҡ итһен ине.

Александр Ефремов, Өфө вентиляторҙар заводының генераль директоры

Белгестәр билдәләүенсә, санкция, баҙарҙан сит ил ойошмаларының китеүе эшһеҙлеккә юл ҡуймай. Июндә генә вакансиялар 17 меңгә артҡан. Үҫеш былтырға ҡарағанда, 14 процентҡа күберәк. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республиканың вакансиялар банкында улар - 46 мең ярымдан ашыу.

Мәшғүллек үҙәгендә 21 меңдән ашыу кеше иҫәптә тора. Бер эш эҙләүсегә кәмендә ике вакансия тура килә. Шулай уҡ предприятиеларға финанс ярҙам күрһәтелә. Һүҙ федераль үҙәктән республикаға бүленгән 2 миллиард  һум тураһында. Ул торлаҡ-коммуналь хужалығы, төҙөлөш өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүгә йүнәлтелә. 

Әле 708 эш биреүсе 364 миллион һумға контракт төҙөнө. Өфө, Благовещен, Белорет, Тәтешле һәм Бәләбәй райондарын маҡтап үтер инем. Ошо биләмәләге предприятиелар йәмәғәт эштәре өсөн эш хаҡы юллаусыларҙың иң әүҙемдәре.

Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры
 

Финанс ярҙам өс йүнәлеш буйынса: йәмәғәт эштәренә, ваҡытлыса эшкә урынлаштырыуға һәм хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү, уларҙы уҡытыуға тәғәйенләнергә тейеш.

Ә.Килдейәрова.

Автор:
Читайте нас: