Мораҙым
+28 °С
Болотло
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
16 Июль 2022, 23:35

Газ кәрәкһә, заявка бир!

Газ үткәрелгән тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр үҙҙәренең ер участкаһы сиктәренә тиклем бушлай газ үткәреү өсөн заявка бирә ала. Ер участкаһында башҡарылған эштәр (газ ҡулланыу селтәре төҙөү, газ ҡорамалы, газ иҫәпләү приборы һатып алыу һәм ҡуйыу һ.б.) өсөн ғариза биреүселәр үҙҙәре түләй. Ентекле мәғлүмәт - сайтта.

Шул уҡ ваҡытта, газ шәхси, ғаилә, йорт һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә бәйле булмаған башҡа ихтыяждар өсөн файҙаланылырға тейеш.

Газ үткәреү өсөн ғаризаны:
  «Өфө газпромы газ бүлеү" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең клиенттар үҙәктәрендә;
  bashgaz.ru сайтындағы шәхси кабинетта;
  Рәсәй Федерацияһының Берҙәм газ үткәреү операторы порталында - connectgas.ru;
  Күп функциялы үҙәк офистарында;
  Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә мөмкин.

Программа тураһында тулыраҡ - «Өфө газпромы газ бүлеү» компанияһы сайтында https://www.bashgaz.ru/gaz/dogazifikatsi/ һәм видеороликта. Ҡарағыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас