Мораҙым
+28 °С
Болотло
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
16 Июль 2022, 15:45

Уҡыу өсөн һалым ҡайтармаһы нимә ул һәм уны нисек алырға?

Уҡыу өсөн һалым ҡайтармаһы - ул белем алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн, йәғни уҡыу хаҡының 13 процентҡа тиклемен кире ҡайтарыу. Кемдәр уҡыу өсөн түләнгән аҡсанының бер өлөшөн кире ҡайтара ала? Был хаҡта - сайтта.

Уҡыу өсөн һалым ҡайтармаһы нимә ул һәм уны нисек алырға?Уҡыу өсөн һалым ҡайтармаһы нимә ул һәм уны нисек алырға?
Уҡыу өсөн һалым ҡайтармаһы нимә ул һәм уны нисек алырға?

Ҡайтарма аҡсаһын һуңғы өс йыл өсөн рәсмиләштерергә мөмкин.

- Уны физик берәмектәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) түләгән РФ резиденттары ғына үҙенең, балаларының, ҡәрҙәштәренең уҡыуы өсөн алырға мөмкин.

Аҡсаны юғары уҡыу йортонда, мәктәптә, курстарҙа белем алған, балалар баҡсаһына йөрөгән өсөн кире ҡайтарырға мөмкин. Иң мөһиме - белем биреү ойошмаһының йәки шәхси эшҡыуарҙың лицензияһы йәки уларҙың эшмәкәрлеген раҫлаған документтары булырға тейеш.

- Ҡайтарманы түбәндәге ысулдар менән кире ҡайтарырға мөмкин:

  түләү башҡарылған йылда уҡ эш биреүсе аша. Һалым ҡайтармаһына хоҡуҡ тураһындағы белешмәне Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинетта бирәләр: https://www.nalog.gov.ru/rn77/;

  декларация буйынса киләһе йылда. Декларацияны уҡыу өсөн бер йыл түләгәндән һуң өс йыл дауамында тапшырырға мөмкин.

- Ҡайтарманың иң ҙур күләме:

  үҙеңдең уҡыуың өсөн - йылына 120 000 һум;
  ҡәрҙәштәрҙең уҡыуы өсөн - йылына 120 000 һум;
  балаларҙың белем алыуы өсөн - йылына бер балаға 50 000 һумдан артыҡ түгел.

- Үҙеңдең һәм ҡәрҙәштәрҙең уҡыуына тотонолған сығымдар буйынса ҡайтарма башҡа социаль ҡайтармалар менән бергә иҫәпләнә. Йәғни, түләүҙәрҙең максималь суммаһына - 120 000 һум эсенә инә.

- Балаларҙы уҡытҡан өсөн һалым ҡайтармаһы башҡа социаль ҡайтармалар менән бергә ҡушылмай, айырым иҫәпләнә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Уҡыу өсөн һалым ҡайтармаһы нимә ул һәм уны нисек алырға?
Уҡыу өсөн һалым ҡайтармаһы нимә ул һәм уны нисек алырға?
Уҡыу өсөн һалым ҡайтармаһы нимә ул һәм уны нисек алырға?
Уҡыу өсөн һалым ҡайтармаһы нимә ул һәм уны нисек алырға?
Автор:
Читайте нас