

- Ул ниндәйерәк программа?
- Ауыл халҡы өсөн бик ҡулай программа булып сыҡты ул. Йортто газ яғыулығына тоташтырыу күпкә арзанайҙы, сөнки хәҙер шәхси биләмәгә тиклем торба һуҙыу өсөн түләргә кәрәкмәй. Быға тиклем әлеге эштәр йорт хужаһының иңенә һалынды, ә уларҙың хаҡы, ҡатмарлылығына ҡарап, бер нисә йөҙ мең һумға етеүе мөмкин ине.
- Был программа менән яҡындан танышҡас, беләһеңдер, унда кемдәр ҡатнаша ала?
- Газ үткән ауылдарҙа йәшәүселәр. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәм инвалидтары; хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, шулай уҡ дөйөм сирҙәр эҙемтәһендә инвалид булыусылар; инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр; аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр ҡуллана ала.
- Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ?
- Паспорт, ИНН, СНИЛС, ерҙең, өйҙөң шәхси милек булыуын раҫлаған документтарҙың копияһы. Әгәр ер участкаһы һәм өй, икенсе кешенең исемендә булһа, нотариус аша ышаныс ҡағыҙы алырға тура килә.
- Әгәр йорт шәхси милек булараҡ теркәлмәгән булһа?
- Был осраҡта программала ҡатнашыу мөмкин түгел.
– Тағы ла ниндәй документтар кәрәк?
- Ситуация планы. Ул – һеҙҙең ер биләмәһе һәм йорт төшөрөлгән схема. Уны үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ, шулай уҡ Росреестр сайтындағы рkk.rosreestr.ru асыҡ кадастр карта менән дә ҡулланырға мөмкин. Бының өсөн түләргә кәрәкмәй.
- Ярай, документтар әҙер, ти. Артабанғы аҙым ниндәй булыр?
- Документтар менән Күп функциялы үҙәккә, йә “Газпром газ бүлеү Өфө”нөң клиент үҙәктәренә бараһың.
Шәхси кабинет www.bashgaz.ru, газ үткәреү операторының берҙәм порталыwww.connectgas.ru йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” аша онлайн алымда ла ғариза бирергә мөмкин. Әгәр документтар тәртиптә булһа, һеҙҙең менән килешеү төҙөйҙәр, унда газ үткәреүҙең ваҡыты билдәләнә. Был ваҡытҡа тиклем йортоғоҙҙо әҙерләп, тейешле ҡорамалдар һатып алырға кәрәк. Эштәрҙе башҡарыу оҙайлығы йортоғоҙҙоң газ үткәргескә тиклем ниндәй алыҫлыҡта урынлашыуына һәм ер-һыу үҙенсәлектәренә бәйле.
- Сертификат бирелде инде?
- Эйе. Ҙур ярҙам булды ул, шул тиклем ҡыуандыҡ! Әйткәндәй, сертификат менән газ үткәреү проекты, төҙөлөш-монтаж эштәре, газ ҡорамалдары – плита, ҡаҙанлыҡ, колонкалар, газ иҫәпләгес, газ кимәленең сигнализаторын алыу һәм уларҙы монтажлау өсөн түләргә мөмкин. Был ауыл халҡы өсөн бик яҡшы ярҙам!
Үҙ эшен оператив рәүештә башҡарғангаз хеҙмәткәрҙәренә лә шул тиклем рәхмәтлемен!
- Гөлшат Мөхәмәттаһир ҡыҙы, был хаҡта ентекләп аңлатыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Файҙаһын күрергә яҙһын!
- Амин!
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА әңгәмәләште.