Мораҙым
+28 °С
Болотло
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
11 Июль 2022, 03:35

8-11 класс уҡыусылары программалау телдәренә бушлай уҡый ала

8-11 класс уҡыусылары программалау телдәренә бушлай уҡый ала. Ошо хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе ҡул ҡуйҙы: https://vk.cc/ceTAAQ.Уҡыусылар 36 академик сәғәтлек дүрт модулдән торған программа буйынса шөғөлләнәсәк. Уҡыу ваҡыты - ике йыл. Курстар математика һәм информатика буйынса мәктәп программаһы базаһына өҫтәмә буласаҡ.

Был балаларға мәктәптә үк тәүге IT-һөнәр үҙләштерергә мөмкинлек бирәсәк һәм, үҙ сиратында, уларҙың артабанғы һөнәри эшмәкәрлеген IT-өлкә менән бәйләүгә этәргес булып торорға тейеш.

Республика белем биреү майҙансыҡтарында онлайн да, офлайн да шөғөлләнергә мөмкин. Уларҙы проекттың операторы «Университет 2035» һайлап аласаҡ: http://2035.university/.

Беренсе этапта программалау буйынса бушлай курстарҙы 100 мең самаһы бала үтер, тип күҙаллана. Киләһе йылдарҙа уларҙың һаны 240 меңгә етәсәк.

IT- тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү - Хөкүмәт тарафынан бойомға ашырылған 42 стратегик башланғыстың береһе. Уҡыусылар өсөн программалау буйынса курстар - проекттың бер өлөшө. Өс йыллыҡ федераль бюджетта уҡыуҙы ойоштороуға ҡаралған аҡсаның дөйөм күләме 6,8 миллиард һум тәшкил итә.

Сығанаҡ: http://government.ru/news/45921/

Программалау буйынса курстарҙы тәүгеләрҙән булып үтеү хаҡында киләһе яҙмаларҙа һөйләрбеҙ. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас