Әгәр ҡатын эшләмәһә, әммә көндөҙгө бүлектә уҡыһа, ул стипендия күләмендә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие аласаҡ. Әгәр ҡатынды ойошма ябылыу сәбәпле йөклөлөк осоронда эштән бушатһалар, пособиены Рәсәй Пенсия фонды түләй.
Һорауҙарығыҙ булһа, түбәндәге ысулдар менән Рәсәй Пенсия фонды белгестәренә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ:
Башҡортостандағы контакт-үҙәк номеры буйынса: 8 (800) 600-02-21
Рәсәй Пенсия фондының берҙәм контакт үҙәге номеры буйынса: 8 (800) 600-00-00
Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһындағы клиенттар хеҙмәттәренә - адрестар һәм бәйләнештәр ошонда: https://pfr.gov.ru/branches/bashkortostan/info/~0/7032
күрһәтелгән һылтанма буйынса Пенсия фондының онлайн-ҡабул итеү бүлмәһенә: https://es.pfrf.ru/appeal.